Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Июнь 2020, 16:40

Һәләк булған Өфө фотографы Юлиә Хәбибуллинаны Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ерләйҙәр

Бюрократик мәсьәләләр арҡаһында Өфө ҡыҙы Юлиә Хәбибуллинаның кәүҙәһен Ғәрәп Әмирлектәрендә ерләйҙәр. Был турала фажиғәле һәләк булған фотографтың яҡындары хәбәр итте. Белгестәрҙең тейешле экспертизалары һәм һығымталары булмағас, ҡыҙҙың кәүҙәһен илдән сығарыуҙы тыялар. Һуңғыларының изге Рамаҙан айы башланыу сәбәпле эш графигы үҙгәргән.

Туғандарына Юлиәне яндырып, көлөн Башҡортостанға килтерергә тәҡдим иткәндәр, ләкин был ҡыҙҙың һәм уның ғаиләһенең мосолман ҡанундарына ҡаршы килә. Шулай итеп, ата-әсәһе Юлиәне Дубайҙа һуңғы юлға оҙатырға һәм кәүҙәһен сит ерҙә ерләргә тигән ҡарар ҡабул итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Юлиә 15 майҙа ҡаянан матур фото төшөрөргә теләгән сағында һәләк булған. Ҡыҙ 10 метрлыҡ бейеклектән ҡолап төшкән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: