Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Май 2020, 17:56

“Йоматау” 64 кешене оҙатты

Бөгөн “Йоматау” базаһында урынлашҡан обсерваторҙан 64 кеше тыуған яғына ҡайтырға юлға сыҡты.

Шифахана Америка Ҡушма Штаттарынан, Һиндостандан килгән туристарҙы, Тажикстандан ҡайтҡан уҡытыусыларҙы ҡабул иткәйне. Улар араһында бер үк рейста булған Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ленинград, Силәбе өлкәләре кешеләре лә урынлаштырылды.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, COVID-19 вирусына тапшырылған анализдарынан күренеүенсә, сир береһендә лә асыҡланмаған. Обсерваторҙа йәшәү ваҡытының ҡасан тамамланасағы хаҡында барыһы ла алдан иҫкәртелгән, уларҙы алып барасаҡ транспорттың ҡасан килере тураһында хәбәр ителгән. Теләгәндәргә юлға ланч-бокс рәүешендә әҙерләнгән төшкө аш бирелгән.
Обсерваторҙан сыҡҡандарҙы махсус автобустарҙа Өфө аэропортына һәм автовокзалына илткәндәр. Кемдәрҙер тыуған яғына үҙ юлы менән ҡайтырға теләк белдергән.
Иртәгә яҡташтарыбыҙҙан бер төркөмдөң Нью-Йорк - Екатеринбург рейсы менән килеүе көтөлә. Бөгөн уларҙы ҡаршылау өсөн Өфөнән махсус туристик автобус һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан оператив автомобиль юлға сыға. Океан артынан 11 яҡташыбыҙ ҡайта, уларҙың барыһы ла “Йоматау” шифаханаһындағы обсерваторға урынлаштырыласаҡ. Әле унда 27 кеше медицина күҙәтеүе аҫтында ҡала.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: