Даирә
+19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Май 2020, 17:50

Төштәге осрашыу

Йөрәкһеп уянды йоҡоһонан Миңһылыу. Таң алдынан ғына Морат төшөнә инде. Имеш, ҡыңғырауы зыңлағанға ишекте асһа, бер ҡосаҡ ялан сәскәләре тотоп, беренсе мөхәббәте йылмайып баҫып тора...

Уянғас та әле, был төштө ҡабат-ҡабат хәтерләп, нимәгә юрарға ла белмәй ары һуғылды, бире һуғылды, ҡулына эш барманы. Ғаиләһе өйҙә юҡ: ире Заһир таңдан тороп рейсҡа сығып китте, ә ике ҡыҙы – ауылда, өләсәйҙәрендә ҡунаҡта. “Йәй көндәрендә булһа ла балаларҙы ҡалалағы дүрт стена эсендә тотмайыҡ, былай ҙа ҡыш буйы бөтә белгәндәре – өйҙән мәктәпкә, мәктәптән өйгә илткән һуҡмаҡ; әҙ генә эңер төшә башлаһа, арттарынан эҙләп, ишек алдына йүгереп сығаһың”, – тип шулай килешкәйнеләр.

Төрлө аяныслы хәлдәр хаҡында әле­нән-әле ишетелеп тора, ҡыҙ бала өсөн би­герәк тә хафаланаһың. “Аллам ғына һаҡ­лаһын, бәхетле булһын матур­ҡайҙа­рым, яман уйлы бәндәгә юлыҡмаһын­дар”, – тип электән әйтә килгәндәрен ҡабатлап ҡуйҙы Миңһылыу эстән генә. Гел генә уларҙы ҡарауыллап ултырып булмай. Көнө буйы атайҙары ла, әсәйҙәре лә эштә. Хатта магазинға аҙыҡ-фәлән алырға ла ҡыҙҙарҙың үҙҙәренә барырға тура килә.

Миңһылыуҙың эше тынғыһыҙ. Ул мәктәптә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән уҡыта. Инде нисәнсе йыл класс етәксеһе, мәктәптәге тарих уҡы­тыу­сыларының методик берләшмәһен, профсоюз ойошмаһын да уға ышанып тап­шырғандар. Көндөҙ мәктәптә эш дә­рестәр, кластан тыш саралар менән генә сикләнмәй, мәшәҡәттәр тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Өҫтәүенә кисен дәфтәрҙәр тикшерергә, пландар төҙөргә... Шулай ваҡыт уҙғанын да һиҙмәйһең. Ғаилә менән шәмбе төштән һуң һәм йәк­шәмбелә генә күпме аралашаһың инде.

Әле ауылдан өләсәйҙәре саҡырып хәбәр ебәргәс тә, өйҙә бер нисә көн буйы үҙеңде һәр ерҙә тәртипле тотоу зарурлығы, башҡорт ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ тураһында һүҙ барҙы. Ҡыҙҙары, Аллаға шөкөр, теләһә ни ҡылып йөрөмәйҙәр ҙә бит, әммә, Миңһылыуҙың атаһы әйтмешләй: “Ҡыҙ баланы ҡырҡ урындан тыйыу кәрәк”. Мәрхүм Нуриман ағай шул әйтемде ҡабатлай ҙа йөрөй торғайны, уландарына: “Һеңлеләрегеҙгә күҙ-ҡолаҡ булығыҙ, биткә ҡыҙыллыҡ килтерә күрмәһендәр”, – тип гел тылҡып ултырыр ине.

Ағайҙары клубҡа сыға башлаһа: “Кеше тиҙәгенә баҫып ҡуймағыҙ, ипләп йөрөгөҙ”, – тип өйрәтә торғайны. Бала саҡта Миңһылыу, атаһының шулай тиеүен ишетһә, балалығына барып: “Ниңә, ағайҙарым һуҡырмы икән ни тиҙәккә баҫып йөрөргә? Етмәһә, кем урамға ярау итеп китһен инде?” – тип аптырай ине. Үҫеп еткәс кенә кинәйә менән әйтелгәндең мәғәнәһенә төшөндө ул. Атаһы бит, кемдер этлек ҡылһа ла, ҡушылып, тәртип боҙоп йөрөмәҫкә өйрәтеп ултырған!

“Ҡыҙың ҡыҙлы булмайынса, улың улы тыумайынса ата-әсәһенең хәлен аңламаҫ”, – тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Демократия тигән булып, бөтә боҙоҡлоҡҡа юл асып, телевизорҙан көн-төн алама йөкмәткеле тапшырыуҙар, еңел-елпе йәшәргә өйрәткән фильмдар күрһәтеп, эскелек, наркомания, аҙғынлыҡ тураһында ураған һайын һөйләп, йәштәрҙәге оялыу, тартыныу хисен тамам бөтөрөп киләләр, ахырыһы. Ысынлап та, ата улды, инә ҡыҙҙы белмәҫ замандар тыуырҙай бит. Эш юҡ, аҡса юҡ, ғаиләмдең тамағын туйҙыраһы бар тип юл сатына сығып торған ҡатындарҙы телевизорҙан күрһәтеп, ҡыҙҙарға көрсөктән сығыу ысулдары хаҡында хаталы һығымта яһарға нигеҙ бирәләр, бала-сағаның нығынмаған психикаһын боҙалар.
Шундай уйҙар менән Миңһылыу аш-һыу бүлмәһе тәҙрәһенән ҡаршылағы күп ҡатлы йорттоң ишек алдына оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Әле кешеләр саҡ ҡуҙғала башлаған ваҡыт. Кисә яуып үткән ямғырҙан һуң асфальттан ситтә күләүектәр йыйылған. Шул һыуҙа бер турғай, йөндәрен тырпайтып, һыу сәсрәтеп йыуына. Башын тығып ала ла, тирә-яҡҡа ваҡ-ваҡ, күҙгә саҡ күренер тамсылар сәсрәтеп, рәхәтләнеп ҡағына. Үҙе шундай шат, риза былайтып таҙарына алыуына. Үтеп-һүтеп йөрөгән кешеләргә лә иғтибар итмәй, үҙ хәстәре менән мәшғүл.

Ике-өс йәштәр самаһындағы ҡыҙсы­ғын етәкләп йәш ҡатын үтеп бара. Ашы­ғалыр, күрәһең: шәп атлай, әсәһенең ҡулдарына тотонған баланың мыжығаны асылмалы тәҙрә аша ишетелеп ҡалды. Ҡайҙа инде яйлау – ҡабаланған әсә ҡыҙыу атлауын белә. Автобус туҡталышына бараларҙыр, моғайын.

Миңһылыу стеналағы сәғәткә күҙ һалды. Һигеҙ тулып килә икән. Хәҙер Заһир ҙа иртәнге рейстан ҡайтыр. Көндөҙгө ун икегә хәтлем бер аҙ ял итеп ала ла төшкө рейсҡа сығып китә ул.

Башҡа көндәрҙә был ваҡытта ауылдан подъезд төбөнә үк килеп һөт, ҡаймаҡ, ҡорот һатыусылар бөгөн юҡ. Оло ҡыҙы Гөлназ, уларҙы күрһә: “Әсәй, һыйырҙар көтөүҙән ҡайтты, һөт һауып алабыҙмы, ҡаймаҡ айыртабыҙмы?” – тип шаяра торған. Магазинға барып килмәйенсә булмай инде.

Ҡатын тиҙ генә кейемдәрен алмашты­рып, сумкаһында аҡса барлығын тик­шер­гәс, ишек төбөндәге көҙгөгә күҙ һал­ды. Унан әле һөйкөмлөлөгө менән ҡыҙ­ҙарҙы көнләштерерлек ҡара бөҙрә сәсле, серле һоро күҙҙәренән нур бөркөлөп торған һомғол кәүҙәле һылыуҡай ҡараны. Ирененә беленер-беленмәҫ кенә итеп помада яҡҡас, “бисмилла”һын әйтеп, тупһа аша атланы. Подъезд ишеген асҡас та иртәнге саф һауа Миңһы­лыуҙың тын юлдарын иркәләне. Тирә-яғына һоҡланып ҡарап алғас, бейек үксәле туфлиҙары менән тыҡ-тыҡ баҫып, башын юғары күтәреп, кәүҙәһен туп-тура тотоп, асфальт юлдан атлап китте.

Машиналар геүләп торған юл аша сығып, урам буйлап барғанда ла, үҙ уйҙарына сумып, таң алдынан ғына күргән төшөнә асҡыс эҙләне ҡатын. Бер ҡосаҡ ялан сәскәләре тотоп, йылмайып торған Морат күҙ алдынан китмәйсе! Нисәмә йыл буйы төрлө-төрлө ҡиәфәттә төшөнә инеп йонсота ул. Үпкән-ҡосҡан, елгә осҡан, тип оноторға тырышһа ла, тимәк, йөрәгенең ҡайһылыр бер мөйө­шөндә тәүге мөхәббәте хаҡында хәтирә­ләр юйылмаған, шуға күрә егерме йыл элек һуңғы тапҡыр күргән егет ваҡыты-ваҡыты менән үҙе тураһында иҫләтә. Бигерәк күп борсолоуҙар, ҡайғылар килтергәйне, күҙ йәштәре менән һуғарылғайны шул тәүге һөйөү хистәре.

...Миңһылыу менән Морат икеһе лә бер ауылдан, бер урамдан, тик егет ҡыҙҙан ике класҡа юғарыраҡ уҡыны. Икеһе лә спорт менән шөғөлләнде, мәктәптә һәм район кимәлендә саңғы, волейбол, еңел атлетика буйынса ярыш­тарҙа ҡатнаштылар. Өҫтәүенә егет өҙҙөрөп гармунда уйнай, башын ҡырын һалып, йырлап та ебәрә. Миңһылыу әллә нисәмә йыл мәктәптең дружина советын етәкләне, һәйбәт ойоштороусы, шыршы байрамдарының алыштырғыһыҙ Ҡарһы­лыуы булды. Ул саҡта Ҡыш бабай гел Морат ине. Ҡайһы ваҡыттан бер-береһенә ғашиҡ булғандарын һораһалар, моға­йын, икеһе лә аныҡ ҡына әйтә алмаҫ ине.

Ауыл ерендә сер ятамы ни: бер осонда сөскөрһәң, икенсе башынан “йәрхәмби­калла” тип теләйҙәр. Был мөхәббәт хаҡында ла ике яҡтың атай-әсәйҙәренә тиҙ үк мәғлүм булды.

Ул арала Морат, һигеҙенсенән һуң күр­ше ауылға йөрөп уҡып, унынсы клас­ты тамамлап ҡуйҙы, ә Миңһылыу бә­лә­кәй саҡтан хыялында йөрөткән уҡы­тыусы булыу теләген тормошҡа ашыра башланы – педагогия училищеһына уҡырға инде. Тырышып уҡыны ҡыҙ, алдынғылыҡты бирмәне, педучилищены ҡыҙыл дипломға тамамлауға өлгәште.

Морат хәрби комиссариат аша водителдәр курсын бөтөрҙө лә, машина йөрөтөү хоҡуғын алып, яҙын һалдат хеҙмәтенә китте. Көн һайын булмаһа ла, аҙнаһына ике-өс хат ала ине Алыҫ Көнсығыштан Миңһылыу. Үҙе лә яуапһыҙ ҡалманы. Мөхәббәт тулы хаттарҙы алғанда ҡулдары бешер һымаҡ ине. Бер-береһен яратҡандар өсөн ике йыл ун йылға торошло. Морат һөйгән ҡыҙының тоғролоғона тамсы ла шикләнмәне, Миңһылыу ҙа уны өҙөлөп-өҙөлөп көттө, осрашыу мәленә илтеүсе көндәрҙе, сәғәттәрҙе һананы.

Бар тәбиғәт йәшеллеккә мансылған мәлдә егет тағы ла мыҡтыланып, ысын ир төҫө инеп, тыуған ауылына ҡайтып төштө. Был осрашыуға шаһит булған кешеләр әҙәбиәттән йыраҡ торһа ла, моғайын, мөхәббәт хаҡында шиғыр яҙмай түҙмәҫ ине. Йәштәрҙең йөҙҙәренә сыҡҡан бәхетте, шатлыҡты, һөйөүҙе донъялағы меңәрләгән һағышлы кешегә бүлеп бирһәң, бөтәһен дә күктең етенсе ҡатына мендерергә етер ине, моғайын.

Барыһы ла үҙ яйы менән барҙы артабан. Егеткә, иҫке генә булһа ла, совхозда машина табылды. Үҙен күрһәткәнсе, эшкә өйрәнгәнсе йөрөп торорға ярай. Ә ҡыҙға күрше ауылда башланғыс кластарҙы уҡытырға йүнәлтмә бирелде. Алда бер шатлыҡлы мәшәҡәт ҡалды, ул да булһа – өйләнешеү.

Тик йәштәрҙең бәхетенә аяҡ салыу­сылар шунда уҡ табылды. Ғәйбәтселәр, араға төшөүселәр түгел, ә Миңһылыуҙың атаһы Нуриман менән Мораттың әсәһе Әминә.

Әминә ғүмер буйы фермала һыйыр һауҙы атлағанда, табан аҫтынан ут сығарырҙай булып, ер һелкендереп йөрөй торғайны. Өйөндә бөтә ҡатын-ҡыҙ эшен иренән башҡартып, үҙен баш та, түш тә итеп тойоп, алдына алғанын ҡуймай өйрәнгән бисә булды. Зәки ағай иһә уның күҙенә генә ҡарап торҙо, беләгенә биҙрә аҫып, ҡатынына һыйыр һауышып йөрөп, фермалағы бисәләрҙең әсе теленә йыш эләккән йыуаш, мәүеш кенә бер ир ине.

Нуриман ағайға килгәндә, ул һуғыш ваҡытында уҡ, ун дүрт йәшенән, шахтала хеҙмәт юлын башлаған, шунан тракторсылар курсын бөтөп, ғүмер буйы тракторҙа, комбайнда эшләгән, үҙ һөнәрен мөкиббән яратҡан, ҡатыны менән ун бер балаға ғүмер биреп, һәр ҡайһыһын уҡытырға, дипломлы белгес итергә тырышҡан егәрле ир затынан ине. Гел генә балаларына: “Уҡығыҙ, уҡыған кешенең ҡәҙере бар. Беҙгә генә ундай мөмкинлек эләкмәне”, – тип ҡабатлай торғайны мәрхүмкәйең.

Бына ошо иң яҡын кешеләре сәбәпсе булды ла инде Миңһылыу менән Мораттың араһы боҙолоуға.
Был яҡтарҙа, йәй етһә, бөтә совхоз малы йәйләүгә күсерелә. Һыйырҙарҙы үлән күкрәп үҫкән ерҙә, тау итәктәрендә көтәләр. Һауынсыларҙы йәйләүгә иртәле-кисле трактор арбаһында алып баралар. Бына шунда Нуриман ағай менән Әминә апай араһында низағ сыҡҡан.

Нуриман ағай көн дә тракторы менән иртәнге һауынға барыусыларҙы келәт янында көтөп тора. Бөтә ҡатындар ҙа килеп, тиҙ генә тейәлешеп ултыра, тик шул Әминә иң аҙаҡҡа ҡала ла: “Иртә сығаһығыҙ, әҙерәк һуңыраҡ барһаҡ та ярар ине”, – тип мыжый-мыжый теңкәһенә тейеп бөтә. Бер көндө, ярты сәғәттәй көтөп тороп арығас, Нуриман, тракторын ҡабыҙып, китә лә бара. Берәй сәғәт үтеүгә, иренең матайына ултырып йәйләүгә килеп еткән ҡатын, һыйыр һауырын да онотоп, әтәс кеүек осоп-ҡуна яҙа тракторсыға. Телдән тел уҙа, һүҙҙән һүҙ уҙа, тигәндәй:
– Алла бирһә, улыма һинең кеүек әҙәмдең ҡыҙын алып бирмәйем! – тип тә ысҡындыра.

Атай кеше лә юғалып ҡалмай.
– Ә, шулаймы ни әле? Эҙең булмаһын кәкре сирағыңдың минең ҡыҙым янында! – тип Мораттың аяғы ҡамыт һымаҡ булыуға төрттөрә. – Минең ҡыҙым үҙенә тиңен, уҡығанды табыр!

Ошо көндән һуң йәштәрҙең араһынан ҡара бесәй үтте! Миңһылыуҙы атаһы клубҡа, йәштәр уйынына ла сығарманы.
Әминә иһә улына “эш”те ҡабырғаһы менән ҡуйҙы:
– Йә – мин, йә – Миңһылыу!

Ғүмер буйы атаһының бисә һүҙенән сыға алмағанын күреп үҫкән Морат әсәһенең ике һөйләмәҫен аңланы. Кеше күҙенә күренергә оялып, бер-ике көн эсендә эштән сығып, документтарын алды ла Себер яҡтарына олаҡты.

Ә Миңһылыу ҡайғыһын эш менән баҫты, уҡыусыларға бөтә күңелен һалып белем бирҙе. Ҡыйын булды, бик ҡыйын! Төн буйы илап, мәктәпкә күҙе шешенеп барған көндәре лә етерлек ине. Кеше һүҙенән, ғәйбәт­тән арып бөттө. Мәңге кейәүгә сыҡмам, һис кемде яратмам тип уйлағайны, ләкин тормош­тоң – үҙ ҡануны. Һин теләгәнсә генә бармай ул, үҙ төҙәтмәләрен индерә.
Училищелағы иң яҡын әхи­рәте йүнәлтмә буйынса төньяҡ райондарҙың береһенә эшкә ебәрелгәйне, шул Миңһылыуҙы туйына саҡырҙы, никахтарына шаһит булырға күндерҙе. Эш урынынан бер аҙналыҡ ял һорап алды ла юлға сыҡты ҡыҙ.

Шунда осратты Заһирҙы, ул кейәү егетенең ике туған ағаһы булып сыҡты. Яғымлы, тәртипле егет оҡшаны ҡыҙға, тегеһе лә уға һушһыҙ ғашиҡ булды. “Барыбер Моратты яратҡан кеүек бер кемде лә оҡшата алмам, ғаилә ҡорорға кәрәк, йәшем дә үтеп бара...” Уйланы-уйланы ла, әсәһе менән кәңәшләшеп, уның ризалығын алғас, Миңһылыу Заһирға кейәүгә сыҡты. Матур ғына йәшәп киттеләр, Заһирға ла эш булһын, тип ҡалаға күстеләр.

Миңһылыуҙың яңғыҙ ҡалған мәлдәрҙә, Морат иҫенә төшөп, тәгәрәп йөрөп илағанын үҙенән башҡа берәү ҙә белмәне. Йөрәк түренән мөхәббәт һағышын тамыры менән йолҡоп алып ташлау бик ауыр икән. Шулай ҙа йылдар үтеү менән, ул хәтирә­ләр бер аҙ тоноҡланды, ҡыҙҙары тыуыу, ғаилә мәшәҡәттәре, мәктәп эшендәге мәшәҡәттәр барыһын да тиерлек онотторҙо. Йылғалар ҙа бит яҙғы таш­ҡында, юлындағы бөтә нәмәне йолҡоп, аҡтарып, ярһып, шаулап, үкереп болара-болара ла, шунан үҙәненә ҡайтып, тыныс ҡына сылтырай-сылтырай аға ла аға.

Миңһылыу шундай уйҙар менән магазин ишегенең тотҡаһына үрелде.

– Миңһылыу!

Үҙенә өндәшеүсене күрергә тип артына әйләнде лә саҡ ҡысҡырып ебәрмәне ҡа­тын. Унда, ғәйеплерәк төҫ менән йылмайып (ҡулында бер ҡосаҡ ялан сәскәләре генә юҡ), Морат баҫып тора. Тулҡын­ла­ныуы йөҙөнә сыҡҡан, ҡулындағы йылтыр моҡсайҙы бер уң, бер һул ҡулына күсерә.

– Морат?!

Ҡатындың тауышында аптырау ҙа, шатланыу ҙа (төштө убыр тиҙәр, бына нимәгә булған икән) ишетелде, бер секунд эсендә әллә нисәмә төрлө уй башынан йүгереп уҙҙы.

– Миңһылыу! Һинме, түгел­ме икән, тип бер аҙ артыңдан ҡарап килдем... Былай ныҡ үҙгәрмәгәнһең дә! – тип һөй­ләнде ир.
– Ҡайҙан бында килеп сыҡ­тың, тиһәм, мәғәнәһеҙерәк булыр инде? – тип йылмайҙы Миңһылыу.

– Мин таксиҙа эшләйем, әле бына киоскка тәмәке алырға туҡталғайным, һине күреп ҡал­дым, – тип яуапланы Морат.
– Ә мин ирем эштән ҡай­тыу­ға аҙыҡ-түлек алырға уйла­ғайным, – Миңһылыу ҡулын­дағы сумкаһына ымланы.

Нисәмә йыл ошо осрашыуҙы төрлөсә күҙ алдына килтереп йәшәне бит Миңһы­лыу. Нимә тип әйтерен, үҙен нисек тотаса­ғын күҙалланы, Мораттың һорауҙарына яуаптарҙы алдан уҡ әҙерләп йөрөй торғай­ны. Ә хәҙер башта бер нәмә лә юҡ... Бына ул – тәүге мөхәббәте, ғүмер буйы йән атып, илап, һа­ғынып йәшәгән һөйгәне, буй етмәҫ хыялы, илертерлек той­ғо­ла­рының сәбәпсеһе – алдында. Ҡулын һуҙһа, буйы етерлек, илап ҡосағына атылырлыҡ, ләкин күңеленең төбөндә уны был аҙымды яһауҙан нимәлер тота, башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас баҫалҡылыҡтыр инде...

– Миңһылыу, беҙгә һөйлә­шергә, аңлашырға кәрәк! Нимә булды беҙгә? Нишләп хаталан­дыҡ? Әйҙә, бер осрашҡас, һөйләшеп алайыҡ.

– Морат, иҫке яраларҙы яңынан ҡуҙғытырға кәрәкме икән? Минең ғаиләм, ирем, балаларым бар. Һин дә ғаиләле. Арабыҙҙа ике тиҫтә йыл ята!

Магазинға инеп-сығыусылар был икәүгә аптырап ҡарап уҙҙы.
– Миңһылыу, әйҙә ситкәрәк сығайыҡ әле!

Ҡатындың беләгенә ҡағылды Морат. Миңһылыу иһә ҡул­да­рын, көслө электр тогынан һу­ғылғандай, кинәт тартып алды.
– Миңһылыу! Тыңла! Мин бит һине ғүмер буйы яратып йәшәнем.. Иртән торһам да, кис ятһам да, һин булдың уйҙа­рымда. Ғәфү ит, көсһөҙлөгөм өсөн ғәфү ит, мөхәббәтебеҙҙе һаҡлай алмағаныбыҙға мин ғәйепле.

– Морат! Мин был осрашыу­ҙың ҡасан да буласағын белеп йәшәнем. Аҡылына килер, ҡайтыр, аңлашырбыҙ, тигән өмөт бар ине. Һин бит алдан өйләндең. Нимә кисергән­дәремде, йөрәгемдең яныуҙарын үҙем генә беләм, һинең ике ма­ла­йың булыуы, икенсе милләт­тән ҡатын алыуың да сер түгел.

– Миңһылыу, мин бит яратып өйләнмәнем, яңылыштан... Оля ауырға ҡал­ғай­ны, шунан яҙылыштыҡ. Мин һине генә яраттым. Ә бер йыл элек ҡаты­ным менән айы­рылыштыҡ, улдарым әсәләре менән ҡалды, мин тыуған яҡҡа ҡайттым. Һи­нең был ҡалала тороуыңды ишет­кәс, ҡаршыма килеп сы­ғыр әле тип, урамдағы кешеләр араһынан һине эҙлә­нем. Такси менән сыҡһам, осраҡ­лы рәүештә, бәлки, һин саҡыртыр мине, тип өмөт­ләндем. Ауылда һабантуй булыуын ишеткәс, эшемдән көн һорап ҡайттым, тик... һине осратманым.

– Хәҙер осрашыуҙар эҙләү­ҙең мәғәнәһе бармы? Мин иремде хөрмәт итәм, ҡыҙҙарым өсөн йәнемде лә бирергә әҙермен. Рәхмәт яҙмышҡа, беҙгә шундай һөйөү бүләк итеп, ныҡлыҡҡа һынағаны өсөн. Мөхәббәт күк­тәрҙә ярала, тиҙәр, тимәк, беҙгә бергә булыу яҙмаған, – Миң­һы­лыу сәғәтенә күҙ һалды, йыш-йыш тын алды. – Ярай, Морат, һау бул, бәхетле бул, ми­ңә юлымды дауам итергә кәрәк!

– Миңһылыу, тағы осра­шайыҡ әле, берәй кафеға инеп, һөйләшеп ултырайыҡ.

– Юҡ, Морат! Әйҙә, үт­кән­дәр үткәндә ҡалһын, борсо­ма­йыҡ уларҙы. Мин иремде хөрмәт итәм, Заһирҙың артында хат­та уйым менән дә хыя­нат­ҡа бара алмайым. Балала­рым­дың атаһы һөйөүгә лайыҡ! Һау бул!

Миңһылыу, тиҙ генә магазин ишеген асып, эскә йомолдо. Күңелендә хистәр ярһыны, йө­рәгендә вулкан урғылды! Нимә­ләр алғанын, нисек иҫәп­ләш­кәнен дә иҫләмәй. Әллә төштә, әллә өндә булды осрашыу...

Урамға сыҡҡас, яңыраҡ ҡына бер ауылдашының һөйлә­гән хәбәре ҡылт итеп иҫенә төштө. Морат Себерҙән ғаилә­һенән айырылып ҡайтҡан саҡ­та, уның һеңлеһе Мәүлиҙә лә, иренән китеп, балаһы менән әсәләрендә йәшәп ятҡан. Унан башҡа Мораттың береһе утыҙ биш, икенсеһе ҡырҡ өҫтөндәге ҡустылары ни өйләнмәй, ни эш­ләмәй, атай йортонда әсәлә­ренең пенсия аҡсаһына араҡы эсеп, тәмәке тартып йәшәй бирә. Әминә әбей, балаларының яҙмышы өсөн үкенеп, өй тупһаһына башын бәреп:

– Ниңә генә Моратымдың бәхетенә арҡыры төштөм, Миңһылыуға өйләндер­мәнем икән? Миңһылыуҙың ғына рәнйеше төшкәндер инде, бер баламдың да бәхете юҡ бит! – тип илаған, имеш. Кем белә? Бәлки, ысындыр.

Ә был осрашыуға килгәндә, ул матур төш кенә булып хәтерҙә ҡалһын.

Ҡатын, сәстәрен артҡа һир­пеп, ҡояшҡа ҡарап күҙ ҡыҫты ла, бәхетле йылмайып, урам буйлап атлап китте. Заһиры көтәлер...
Автор: Миңзәлә ХӘЛИЛОВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/t-sht-ge-osrashyu/
Читайте нас: