Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Май 2020, 14:20

Уларҙың яһиллығына ҡарап тороуы ҡурҡыныс...

Беҙҙе һәм балаларыбыҙҙы “хайуан” һәм башҡа насар һүҙҙәр менән атап, яман итеп һүгенделәр.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер нисә йәш әсә үҫмерҙәр менән бәхәскә инә. Улар скейтмайҙанды бүлешә алмаған.
Ҡатындар һигеҙ-туғыҙ йәшлек балалары менән скейтмайҙанға килә, тик үҫмерҙәр бәләкәстәрҙе үткәрергә теләмәй, ҡыуа башлай, быны күргән әсәләр балаларына ярҙамға ашыға.
– Балалар илап яныбыҙға килде, уларҙы бер төркөм үҫмерҙәр йәберләгән. Әлбиттә, хәлдең асылына төшөнөргә тип урынға киттек. Беҙ барғанда бер үҫмер балаһын яҡлап маташҡан атай кеше менән ирешә ине. Улар баланы йөрөтмәгән. Беҙ тыныс ҡына аңлаша башланыҡ, тик улар беҙҙе “өс хәрефкә” оҙатты. Беҙ “зинһар өсөн, балалар бер нисә тапҡыр йөрөр ҙә һәм китәбеҙ” тинек, – тип һөйләй әсәләрҙең береһе.
Видеояҙма социаль селтәргә һалынған. Унан күренеүенсә, үҫмерҙәр үҙҙәрен донъяға хужа кеүек бик иркен һәм яһил тота, өлкәндәр алдында ҙур тиҙлектә велосипедта йөрөй башлай, хатта берәүһе ата-әсәләр өҫтөнә килеп менә яҙа, мыҫҡыллы һөйләшә.
– Арабыҙҙан бер әсә уны яурынынан тотоп туҡтатты, ә ул уның ҡулын шаҡарҙы. Тағы ла берҙе әйтәбеҙ, үҫмерҙәр үҙҙәрен яһил тотто. Беҙҙе һәм балаларыбыҙҙы “хайуан” һәм башҡа насар һүҙҙәр менән атап, яман итеп һүгенделәр, – ти ҡатын.
Мәғлүм булыуынса, скейтмайҙандағы был хәл беренсе тапҡыр ғына ҡабатланмай, үҫмерҙәр унда башҡаларҙы индермәй, үҙҙәрен баҫҡынсылар кеүек тота. Скейтмайҙан – йәмәғәт урыны, унда һәр кемдең уйнау, йөрөү хоҡуғы бар, шуға ла әсәләр был мәсьәләне хәл итеүҙе һорай.
Бындай башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуйырға ярамай, әле был үҫмерҙәр скейтмайҙанға индермәһә, аҙаҡ уларҙан нимә көтөргә һуң?..
Фото: скриншот.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ular-i-ya-illi-ina-arap-toroui-ur-inis-289372/
Читайте нас: