Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Май 2020, 14:10

Көтмәгәндә... йортло булған!

Был донъяла мөғжизәләр булып тора: Өфө ҡалаһында йәшәгән шәфҡәт туташы Регина Осиповаға тик торғанда бәхет йылмайған.

Өфө ҡалаһында йәшәгән шәфҡәт туташы Регина Осиповаға тик торғанда бәхет йылмайған, ул 700 мең һумлыҡ йорт отҡан.
Даланлы ҡатын “Столото” лотереяһының рекламаһын социаль селтәрҙә күреп ҡалған, мобиль ҡушымта ҡуйған һәм бер нисә билет һатып алған.
– Ғәҙәттә, мин телефондағы смс-хәбәрҙәрҙе уҡымайым, әммә отош тураһындағы яҙмаға шунда уҡ иғтибар иттем. Бүләкте шәхси кабинетта күргәс, хатта бер аҙ юғалып ҡалдым. Ҡалтыраған ҡулдар менән иремә шылтырата һалдым, еңеү хаҡында хәбәр иттем. Спорттың экстремаль төрҙәре менән шөғөлләнгән кешеләр генә ошондай тойғолар кисерәлер ул, – ти Регина.
Ҡатын бүләкте аҡсалата алыуҙы хуп күргән. Уның бер өлөшөн хәйриә маҡсатында тотонған һәм ата-әсәһе күптән хыялланған ремонтҡа биргән. Бына шундай яҡшы күңелле һәм даланлы кешеләр бар арабыҙҙа.
Фото: bashinform.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/K-tm-g-nd---yortlo-bul-an-290502/
Читайте нас в