Даирә
+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Төҙөкләндереү
23 Октябрь 2025, 10:26

Майҙансыҡ пәйҙә булды

Олокүл ауылында ГТО нормаларын тапшырыу өсөн барлыҡ уңайлыҡтарға эйә булған майҙансыҡ пәйҙә булды. Ул физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлдө.

Майҙансыҡ пәйҙә булдыМайҙансыҡ пәйҙә булды
Майҙансыҡ пәйҙә булды

Майҙансыҡ пәйҙә булды

Ауыл халҡы, бигерәк тә балалар һәм йәштәр өсөн оло әһәмиәткә эйә булған был объектты төҙөү өсөн өс миллиондан ашыу аҡса сарыф ителгән. Спорт майҙансығы, әлбиттә, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” тип аталған нормаларҙы тапшырыу өсөн генә түгел, шулай уҡ һәр кем буш ваҡытында бында килеп төрлө күнекмәләр эшләү мөмкинлеге алһын өсөн алты тренажер һәм турниктар ҡуйылған.

- ГТО нормативтары биш мотлаҡ һәм һайлау буйынса тағы ике нормативты үҙ эсенә ала. Төп нормативтарҙы, йәғни оҙонлоҡҡа һикереү, турникта тартылыу, гер күтәреү, кәүҙәне күтәреү, һығылмалылыҡты тикшереү һәм ошондай башҡа һынауҙарҙы бында үтәргә була. Шулай ҙа, башҡа нормативтарҙы тапшырыу өсөн йүгереү һәм саңғы юлдары кәрәк буласаҡ, - тигән фекерен белдерҙе район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов.

Әлегә бындай спорт комплексы районда икәү генә. Уның береһе Ҡырмыҫҡалы спорт мәктәбе майҙансығында урынлашҡан. Киләсәктә бар талаптарға тура килгән ошондай майҙансыҡтар районыбыҙҙың башҡа ауылдарында ла барлыҡҡа килер, тип ышанабыҙ. Йәш быуынды сәләмәт тормошҡа әйҙәү, уларҙа физкультура һәм спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү өсөн бындай спорт майҙансыҡтары бик тә кәрәкле һәм әһәмиәтле.

Автор:
Читайте нас