

Быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында һартшишмәләр ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ауылдың конкурста ҡатнашыуы - саралар үткәреү, ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү ҙә ул. Айыҡ йәшәү рәүеше - сәләмәтлекте нығытыу һәм халыҡты профилактик һәм спорт сараларына йәлеп итеү. Конкурс программаһының төп йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы кешеләр билдәләнде: мәғрифәтселек эше, спорт сараларын ойоштороу, йәштәр менән эшләү һәм хисап тотоу өсөн мәғлүмәттәр йыйыу.
Көн тәртибендә: Һарт-Шишмә ауылының “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуы; ауыл һәм ҙур урамдарҙың старостаһын һайлау; айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса саралар үткәреү өсөн яуаплы кешеләрҙе билдәләү. Ауыл халҡы “Айыҡ ауыл” конкурсында бер тауыштан ҡатнашырға ҡарар итте.
Һартшишмәләр өмәгә сыҡты
Шәмбе көндө барлыҡ ауыл халҡы ла өмәгә сыҡты. Ауыл клубы биләмәһен ҡоймаланылар. Материал алыу өсөн аҡсаны махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған Алик Фәнүз улы Сабитовтың әсәһе биргән.
- Һартшишмәләрҙең изге эштәрҙә ҡатнашыуҙарына бик шатмын. Рәхмәт ҡәҙерле ауылдаштарым! Бәйгелә еңеү яулауыбыҙҙы теләйем! – тине Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова.
Ауыл старостаһын һайланылар
Һарт-Шишмә ауылында ауыл старостаһын һайлау йыйылышы булды. Ауылда йәшәүселәр бер тауыштан Вилдан Иванович Осипов өсөн тауыш бирҙе. Ауыл старостаһы булып 17 йыл дауамында Рәүф Рәхмәтулла улы Ғәйнуллин булды. Ауыл хаҡына эшләгәне өсөн бөтә халыҡ уға рәхмәт белдерә. Рәүф Рәхмәтулла улы, ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә түбәндәге эштәр башҡарҙы: күпер төҙөлдө, зыярат кәртәләнде, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған ауылдаштарына обелиск төҙөнөләр һәм башҡа бик күп мөһим эштәр башҡарылды. Рәүф Рәхмәтулла улына дөйөм эшкә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Вилдан Осипов ауылда үткәрелә торған барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Төҙөкләндереү мәсьәләләренә лә иғтибар итә.
Һартшишмәләргә “Айыҡ ауыл-2026” республика конкурсында еңеүҙәрен һәм үҙ ауылдарының тормош сифатын яҡшыртыуҙарын теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Әсәҙуллина.