Әлеге ваҡытта Ҡырмыҫҡалы-Атйетәр юлында соҡорҙар ремонтлана. Беҙ юлсыларҙы Александровка ауылы эргәһендә эш өҫтөндә тап иттек.
- Эштәрҙең сифатын һәм башҡарыу ваҡытын контролдә тотоу өсөн “Юл инфраструктураһы өлкәһендә эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһы” махсус программаһы ҡулланыла. Ул юл дефекттарын теркәргә һәм һанлаштырырға, шулай уҡ ремонт эштәрен күҙәтергә мөмкинлек бирә. Соҡорҙарҙы ремонтлау барышында асфальт япмаһының бөтә етешһеҙлектәре бөтөрөлә, был юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген һәм уңайлылығын тәьмин итә.
Бригада хеҙмәткәрҙәре Георгий Максимов, Альберт Шәрәфетдинов, Әмир Батталов, Линур Рафиҡов, Мөбәшир Мәғзүмов, Илдус Килдин һәм Рөстәм Абакачевтар ваҡыт менән һынашмай, алһыҙ-ялһыҙ эшләгән тырыш эшселәр рәтендә. Юлдарҙың сифатын тәьмин итеүҙә уларҙың өлөшө ҙур, - тип уртаҡлашты мастер Рөстәм Уразбахтин.
Еңел булмаған шарттарҙа, эҫе һәм һыуыҡ, ямғыр һәм ҡар, тип тормай, район юлдарын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индергән юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һәр ҡайһыһы мөһим эш башҡара. Уларға эштәрендә уңыштар юлдаш булһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.