- Алты йыл рәттән был программала ҡатнашабыҙ. Ҡәҙерле яҡташтарым, ошо программа һәм һеҙҙең ярҙам менән МТЗ- 82 тракторы алыуға ирештек, Арыҫлан һәм Яңы Муса ауылдары урамдарын яҡтыртыуҙы тергеҙҙек, Аҡкүл ауылы зыяратын төҙөкләндерҙек, Иҫке Муса ауылының социаль объекттарына инеү мөмкинлеген булдырҙыҡ. Яҡташтарым быйыл да “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашырға ҡарар итте. Халыҡтан һорау алыуҙа, алдан уҙғарылған йыйылыштарҙа ике тәҡдим индерелде – Иҫке Муса ауылы урамдарын яҡтыртыуҙы тергеҙеү һәм спорт майҙансығын төҙөкләндереү. Йомғаҡлау йыйылышында заманса спорт майҙансығын төҙөкләндереү өсөн бер тауыштан ҡарар ҡабул ителде. Ауыл балалары араһында спортҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу күҙәтелә һәм шуның өсөн дә ата-әсәләр был ҡарарҙы хуплап ҡабул иттеләр, - тине Иҫке Муса ауыл Советы хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова.
“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендәге был проект үҫеп килгән быуындың үҫеше һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауҙа яҡшы шарттар булдырыу өсөн халыҡтың ынтылышын сағылдыра.
Фекер алышыу барышында был проектҡа финанс ярҙам күрһәтеү өсөн халыҡтан һәм иғәнәселәрҙән 10-шар процент финанс ярҙам күрһәтеү ҡарары ла ҡабул ителде.
Илшат Ғәлиәхмәтов, Миләүшә Мөхәмәтйәрова, Рәмзиә Ҡунаҡаева, Гөлшат Шәңгәрәева, Гөлнара Шәғәлиева, Заһит Әмировтарҙан торған инициатив төркөм һайланды. Улар ауыл Советы хакимиәтенә конкурс документтарын әҙерләшергә, проектҡа финанс ярҙам күрһәтеү өсөн халыҡтан һәм иғәнәселәрҙән аҡса йыйырға, проект буйынса эш барышын күҙәтергә һәм халыҡҡа хәбәр итеп тороу эштәрен башҡарасаҡ.
Әлиә ЮЛЫЕВА.