Подлуб ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Наил Нәзир улы Ҡадиров ауыл халҡына әлеге программа тураһында һөйләне.
“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы - республика, муниципаль берәмектәр бюджеттарының финанс ресурстарын, физик һәм юридик заттарҙың аҡсаларын берләштерергә һәм уларҙы социаль әһәмиәткә эйә проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкинлек бирә торған механизм ул. Граждандарҙы урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеү процесы урындағы кимәлдәге айырыуса киҫкен социаль проблемаларҙы оператив рәүештә асыҡларға һәм хәл итергә мөмкинлек бирә.
Һары Һаҙ халҡының девизы: “Бергәләп ауылды яҡшыраҡ итәбеҙ!”. Бының өсөн бик күп эштәр башҡарылды:
- шишмә төҙөкләндерелде: (тәбиғәт шишмәһе ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн уңайлыраҡ булды);
- ауыл быуаһы төҙөкләндерелде (быуа ял итеү өсөн уңайлы урынға әйләнде, унда тәбиғәт матурлығы менән ләззәтләнергә мөмкин);
- тиҙлекте сикләү билдәләре ҡуйылды (юлдарҙа хәүефһеҙлек өҫтөнлөклө йүнәлешкә әйләнде, был иһә халыҡтың тыныслығын тәьмин итә);
- зыярат төҙөкләндерелде (бында тәртип булдырылды, был һәр кем өсөн мөһим);
- зыяратҡа барған юл ремонтланды (был мөһим урынға яҡындарын иҫкә алырға килгән һәр кем өсөн уңайлыраҡ булды);
- ҡоҙоҡтар урынлаштырылды (урындағы эшҡыуарҙарҙың ярҙамы менән ауылда өҫтәмә һыу сығанаҡтары барлыҡҡа килде, был халыҡтың йәшәү шарттарын һиҙелерлек яҡшыртты);
- Махсус хәрби операция һуғышсыларына гуманитар ярҙам йыялар.
Был башланғыстар ауылды биҙәп кенә ҡалманы, бергәләп эшләүҙең тормошто яҡшырта алыуын күрһәтеп, берҙәмлек рухын нығытты.
Хәҙер ауыл халҡының планында - ваҡыт уҙыу менән һайығайған быуаны тәрәнәйтеү. Бының өсөн уларға трактор тағылмаһы кәрәк.
Шуға күрә Һары Һаҙ ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашырға ҡарар иттеләр һәм “ПТС-4,5 тағылмаһы һатып алыу” проекты өсөн тауыш бирҙеләр.
Уларға конкурста еңеүҙәр теләйбеҙ.
Светлана Уразбахтина.