Башланған эш – бөткән эш
Төбәк-Таҙлар ауылының зыяратын кәртәләргә кәрәк тип хәбәр итеүем булды, халыҡ дәррәү аҡса йыя ла башланы. Шулай итеп, ун көн эсендә генә зыяраттың алғы яғын кәртәләү өсөн етерлек аҡса йыйылды.
Ошо көндәрҙә йыйылған 260370 мең һум аҡсаға евроштакетниктар, бағаналар, профилдәр, электродтар һатып алдыҡ һәм эште башлап та ебәрҙек. Оло ярҙам күрһәтеүсе, битараф ҡалмаусы Төбәк-Таҙлар ауылында һәм Таҙлар станцияһында йәшәүселәргә һәм бында тыуып үҫкәндәргә ҙур рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ Мырҙа, Мөкәй, Үтәгән, Яңы Ҡыйышҡы, Һарт-Шишмә ауылы халыҡтарына, аҡса йыйыуҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Быйыл зыяраттың алғы яғын ғына кәртәләп өлгөрәбеҙ. Яҙ етеү менән эштәрҙе дауам итәсәкбеҙ, Аллаһ бирһә. Шуға күрә аҡса йыйыуҙы ла туҡтатмайбыҙ. Барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ, ҡайғылар күрмәйенсә, матур итеп йәшәргә яҙһын! Тереләрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен беләйек!
Фәнзиә ӨМӘТҠОЛОВА, Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.