Иртәгә – Бөтә донъя туризм көнө
Салауат һәм Рәми эҙҙәре буйлап...
Бөтә донъя туризм көнө уңайынан күптән яҙырға теләп тә, ваҡыт еткерә алмай йөрөгән темаға тотонорға форсат тейҙе.
Быйылғы йәйҙең иң эҫе көндәренең береһендә, 16 июндә, республикала Салауат Юлаевтың 270 йыллығы билдәләнгән көндә, милли батырыбыҙҙың тыуған яғында – Салауат районының Тәкәй ауылы урынында “Салауат ере” тарихи-мәҙәни комплексын асыу тантанаһына шаһит булырға тура килде. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Республикабыҙҙың хозур тәбиғәтен күҙәтә-күҙәтә байрам үтә торған майҙанға аяҡ баҫыу менән беҙҙе йәмле Йүрүҙән йылғаһы ҡаршы алды. Шунда уҡ эстән генә “Йүрүҙән, Йүрүҙән, күпте күргән, күпте кисергән” йырын һуҙып та ебәрҙем. Шулай уҡ ошо ерҙә тыуып үҫкән мәшһүр шағир Рәми Ғариповтың “Йүрүҙән” шиғыры ла иҫкә төштө.
Белеүебеҙсә, Салауат ере арҙаҡлы шәхестәргә бай төбәк: милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, йор һүҙле Байыҡ сәсән һулаған һауаны һулап, улар йөрөгән һуҡмаҡтарҙан йөрөп, улар эскән Йүрүҙән һыуҙарын эсеп үҫкән шағир Рәми Ғариповтың тормошо ла беҙгә үрнәк.
Эйе, Рәми Ғариповтың да балалыҡ йылдары ошо матур Йүрүҙән буйында үткән. Уның ошонда аттар көткән, бесән сапҡан, урып-йыйыу эштәрендә ҡатнашҡан, урман йыҡҡан, Йүрүҙән буйлап һал ағыҙған саҡтары бер-бер артлы күҙ алдына баҫты. Ә саҡ ҡына эштән бушаған арала ул китаптарға тотонған. Тәүге шиғырҙарын да яратҡан йылғаһы Йүрүҙәнгә, бала сағына, әсәһенә, атаһына, туғандарына бағышлаған.
Әйткәндәй, «Салауат ере» комплексының дөйөм майҙаны – 4,5 гектар. Был архитектураһы, күләме һәм дизайны буйынса үҙенсәлекле булған тарихи парк. Проект концепцияһы Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аша ете төш” әҫәре нигеҙендә эшләнгән. Салауат Юлаев иҫтәлектәренең образдары парк майҙанында тематик лекциялар булараҡ асыла. Уларҙың һәр береһе шағир тормошоноң мөһим этаптарын кәүҙәләндерә. Концепцияны әҙерләгәндә урындағы тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу мотлаҡ шарт булып торған. Йыл һайын ошо гүзәл тәбиғәт мөйөшөнә 17 меңдән ашыу турист килә. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итеүенсә, парк асылғас, уларҙың һаны бер нисә тапҡырға артыр тип көтөлә.
Данлыҡлы “Салауат йыйыны” һәм “Ҡурайсылар съезы”нда ҡатнашыуыма, илһөйәр Салауатты, хаҡлыҡ өсөн көрәшеүсе Рәмиҙе биргән ҡотло ергә сәйәхәт ҡылыуыма ҡыуанып бөтә алмайым һәм һеҙгә лә барып күрергә тәҡдим итәм.
“Халыҡты тарихи ваҡиғалар ҙа һәм, әлбиттә, тәбиғәт тә ылыҡтыра. Бында бөтәһе лә органик рәүештә берләшкән. Был ерҙә элек Салауат Юлаев тыуып үҫкән ауыл урынлашҡан. Милли геройыбыҙҙың Башҡортостан өсөн ниндәй әһәмиәтле булыуын барыһы ла белә. Салауат Юлаев яугир генә түгел, ижади кеше лә булған, шиғырҙары тәрән мәғәнәгә эйә. Бында һеҙ уның тормош юлы һәм ижады менән таныша алаһығыҙ. Салауат районы – күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Беҙ бында туристарҙы саҡырабыҙ. “Салауат ере” комплексын асыу – ошо биләмәне, дөйөм алғанда, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын үҫтереүҙәге мөһим аҙым. Был урын һәр кемдең күңеленә хуш килер, тип ышанам”, – тине Радий Хәбиров музей комплексы асылыу тантанаһында һәм геопарктарҙы үҫтереү буйынса киң мәғлүмәт кампанияһын ойошторорға, «Салауат ере» комплексын «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһына индерергә ҡушты.
Имза БИКТИМЕРОВ, йәмәғәтселек фекере лидеры:
- Шәхсән үҙем һәр ваҡыт Башҡортостанда ял итергә, республикабыҙ буйлап сәйәхәт ҡылырға яратам. Беҙҙә ял итеү базалары ифрат күп. Тыуған яҡтарыбыҙҙың хозур тәбиғәте кемдәрҙе генә үҙенә йәлеп итмәй?!
Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда эске туризм бик яҡшы үҫешә. Кешеләр уңайлы мөхиттә ғүмер итһен, ялдарын файҙалы уҙғарһын өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан бихисап проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның билдәләүенсә, Башҡортостандың уникаль туристик потенциалы бик ҙур. Эйе, туризмды үҫтереү – ул республикабыҙҙың киләсәге өсөн инвестиция! Шуға күрә лә был өлкәнең үҫеше буйынса эштәр эҙмә-эҙлекле алып барыла ла инде.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.