Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
30 Август , 11:42

Тәртип ишек алдынан башлана

Һуңғы йылдарҙа республикала күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреүгә, подъездарҙы, ихата биләмәләрен төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә.“Подъездарҙы төҙөкләндереү” программаһы 2019 йылдан алып эшләй. Программаның маҡсаты – халыҡҡа, был осраҡта, күп фатирлы йорттарҙайәшәүселәргә уңайлы шарттар булдырыу.

Тәртип ишек алдынан башлана
Тәртип ишек алдынан башлана

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылдан күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы эшләй. Уның сиктәрендә республикала 3,5 миллиард һумға яҡынса 8,2 мең подъезд яңыртыла. Дөйөм алғанда, 4 меңдән ашыу күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелә. 2,7 меңдән ашыу лифт алмаштырылған. Был алдағы биш йыллыҡ кимәленән 2,5 тапҡырға күберәк. Был маҡсаттарға йәмғеһе 22 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Эштәр республика һәм муниципаль бюджет саралары иҫәбенә алып барыла. 2019 - 2023 йылдарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2 744 күп фатирлы йортта дөйөм суммаһы 3,5 миллиард һумлыҡ 8 171 подъезда ремонт эштәре башҡарылған, шуларҙан 3,2 миллиард һумы - республика бюджетынан һәм 330 миллион һумы - муниципаль берәмек ҡаҙнаһынан: - 2019 йылда – 1 372 күп фатирлы йортта 4 001 подъезд, 1,4 миллиард һум; - 2020 йылда – 697 күп фатирлы йорттағы 2 180 подъезд, 692,7 миллион һум; - 2021 йылда – 115 күп фатирлы йорттағы 312 подъезд, 207,7 миллион һум; - 2022 йылда – 310 күп фатирлы йорттағы 920 подъезд, 497,5 миллион һум. - 2023 йылда – 276 күп фатирлы йорттағы 758 подъезд, 712 миллион һум.

 

Программа сиктәрендә райондың Ҡырмыҫҡалы, Ҡабаҡ, Олокүл һәм Прибельский ауылдарындағы күп фатирлы йорттарҙың подъездары ремонтланды. Ҡабаҡ ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әйүпов: - Ҡабаҡ ауылында Төҙөүселәр урамындағы 1-се, 7-се, 8-се, Урман урамындағы 29- сы, 30-сы күп фатирлы йорттарҙың подъездары ремонтланды. Был подъездарҙа ҙур эштәр башҡарылып, уларға яңы һулыш бирелде. Ремонт барышында инеү урындары тәртипкә килтерелде, стена һәм түбәләр тигеҙләп һыланып, буялды, иҫке ағас тәҙрәләр пластикка алмаштырылды, тышҡа кодлы йоҙаҡ менән яңы тимер ишектәр, тамбурға быялалы пластик ишектәр ҡуйылды, аҫҡы ҡатта баҫҡыс майҙансығы иҙәненә керамик плиткалар йәбештерелде, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйылды, электр үткәргестәре эшләнде, яңы почта йәшниктәре эленде. Барыһы ла юғары кимәлдә эшләнде, теләктәр үтәлде. Программанан халыҡ ҡәнәғәт.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотолары.

 

 

Эльвира ҒИРФАТОВА, йәмәғәтселек фекере лидеры: - Был йортта биш йыл йәшәйем, өс йыл элек ремонт булды. Бик матур итеп эшләп ҡуйҙылар. Ремонттан һуң подъезыбыҙға йәм инеп ҡалды. Әле тәртипте, таҙалыҡты һаҡларға тырышабыҙ, стенаны сәскәләр менән биҙәнек, кәштәләр ҡуйҙыҡ, тәҙрәгә селтәр элдек. Хәҙер ҡарауы ҡыуаныслы, ситтән килгән кешеләр ҙә һоҡлана. Яҡшы яҡтыртылған подъезға сығыу, уңайлы мөхиттә, таҙалыҡта, матурлыҡта йәшәү күңелгә йылылыҡ бирә. Минең уйлауымса, тәртип ишек алдынан башланырға тейеш, сөнки подъездың төҙөк, яҡты, матур, таҙа булыуы кешенең кәйефенә тәьҫир итә. Республика Башлығының быға иғтибар биреүенә һөйөнәбеҙ. Матур подъездарыбыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙгә иһә артабан да булғанды ҡәҙерләп, һаҡлап, ҡарап, тәртиптә тоторға ғына кәрәк.

Тәртип ишек алдынан башлана
Тәртип ишек алдынан башлана
Автор:
Читайте нас: