Беҙҙең күптәребеҙ рельстар һәм поездарҙы романтикаға бай сәйәхәттәр менән бәйләһә, был тармаҡта эшләүсе машинистар, эшселәр, инженерҙар, слесарҙар, диспетчерҙар һәм ремонтсылар өсөн улар Рәсәйҙең төрлө ҡалалары менән өҙлөкһөҙ бәйләнеш тәьмин итеүҙән ғибәрәт.
Олокүл ауылында йәшәүсе 47 йыл эш стажына эйә булған Фәнил Хәсәновты ла тимер юл хеҙмәтенән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Фәнил Фәрит улы Олокүп урта мәктәбен тамамлағандан һуң армияға алынып, хәрби бурысын Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмөндә үтәй. Ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Ҡарлыман станцияһында автоматика һәм телемеханика цехында эш башлай. Ситтән тороп Һамар тимер юлы техникумына уҡырға инә. Уның ойоштороу һәләтен, тырышлығын күреп ҡалған етәкселәр 1984 йылда уны “Дим-Инйәр” станицияһы араһындағы автоматика һәм телемеханика производство учысткаһына начальник итеп тәғәйенләйҙәр. Был осорҙа ул Һамар тимер юлы академияһын ситтән тороп тамамлай.
- Мин эшләй башлаған йылдарҙа коллективтағы 12 кешенең барыһының да тимер юлында эшләү өсөн һөнәри белеме бар ине. Тимер юлында бик түҙемле, ныҡлы, үҙ эшен яратҡан кешеләр генә эшләй, сөнки бында һәр эш, һәр аҙым билдәләнгән ваҡытта, минутына тиклем теүәл башҡарылырға тейеш. Бының өсөн тимер юлында эшләгән һәр кешенең бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе һәм үҙ эшенә яуаплы ҡарауы шарт. Эш көсөргәнешле, яуаплы, һәр ваҡыт уяу булырға, килеп тыуған һорауҙарҙы тиҙ арала хәл итә белергә кәрәк.
Беҙҙең бурыс - юл хәүефһеҙлеген һәм барлыҡ поездарға ла һәр ваҡыт йәшел ут яныуын тәьмин итеү. Әгәр ҙә ике проводты ғына яңылыш тоташтырһаң да, поездар икенсе яҡҡа юлланыуы ихтимал, - ти Фәнил Фәрит улы.
Әйткәндәй, Фәнил Хәсәновтың улы Валера ла атаһының юлын һайлай. Ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң егет Һамар тимер юлы университетына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Бер аҙ тәжрибә туплағандан һуң Валера Фәнил улын Ҡарлыман станцияһының автоматика һәм телемеханика цехына өлкән электромеханик вазифаһына тәғәйенләйҙәр.
Әлеге ваҡытта Фәнил Фәрит улы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, эшкә саҡырыуҙарын ҡабул итеп, улы менән бергәләп эшләп йөрөй.
Фәнил ағайҙан һеҙҙең ял-төн тимәй эшкә саҡырылыу мөмкинлеген ғаиләгеҙҙә нисек ҡабул итәләр? – тип һорайым.
- Беҙҙең ғаиләлә был режимда эшләүгә күнеккәндәр. Ҡатыным Любовь Владимировна ла ғүмер буйына тимер юлында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Улым Валера ла шулай уҡ тимер юлы эшсеһе. Шуға күрә беҙ бер-беребеҙҙең эшен яҡшы аңлайбыҙ һәм эшкә бәйле ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыумай. Ғөмүмән, ниндәй өлкәлә лә ғаилә ағзалары бер-береһенә терәк һәм таяныс булмаһа, эшләүе ауырға тура килә. Ҡатыным һәм улым миңә коллега булғас, үҙемде эш йәһәтенән борсоған һорауҙарҙы улар менән бүлешәм һәм һәр саҡ төплө, аңлайышлы кәңәштәр алам. Шөкөр, эшем менән дә, ғаиләм менән дә бәхетлемен.
Әйткәндәй, Валера ҡатыны Регина менән Олокүлдә йәшәйҙәр. Ике йәшлек ул үҫтерәләр.
Бөтә ғүмерен тимер юлына арнаған, оло маҡтауға лайыҡ, йәштәргә үрнәк булған, үҙ эшенең оҫтаһы Фәнил Хәсәновты һәм барлыҡ тимер юл хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, мөһим һәм яуаплы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.