Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
27 Июнь , 10:21

Парктар гөрләп торһон

Башҡортостан Башлығы сифатында үҙ эшенең башында Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында ла хәстәрлек күреү, уңайлы йәмәғәт мөхитен булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе, сөнки был халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, тип билдәләгәйне. 2019-2024 йылдарҙа Башҡортостандың ауылдарында һәм ҡалаларында йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү һәм яңыртыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла. 

Парктар гөрләп торһон
Парктар гөрләп торһон

Күп проекттар федераль средстволарын йәлеп итеү иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Районыбыҙҙың йөҙө лә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проекты сиктәрендә йылдан-йыл күркәмләнә бара. Район үҙәгендә, ауылдарҙа ял һәм мәҙәниәт парктары төҙөлә. Нәҡ шул проект буйынса 2020 йылда Сахай ауылында бик матур мәҙәниәт һәм ял паркы асылды. Шул ваҡыттан бирле спорт һәм балалар майҙансыҡтары, хоккей тартмаһы, арт-объекттар, йәйге сәхнә һәм тамаша урындарын үҙ эсенә алған ял паркының бер ҙә буш торғаны юҡ. Был урын балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә рәхәтләнеп ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү урынына әйләнде.
Күптән түгел парк биләмәһендә Ҡорбан ғәйете бик күңелле итеп уҙғарылды. Унда күрше Һәүәләй, Олокүл, Һарт-Шишмә ауылдарынан да ҡунаҡтар килде. Байрамды ауылдың имам-хатибы Руслан хажи Мөхәмәтшин һәм уның ҡатыны Гөлнара Риф ҡыҙы, ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Концерт биш йәшлек Мөхәмәт Мөхәмәтшиндың һәм мәсеткә йөрөгән балаларҙың ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләүе менән башланып китте. Урындағы һәүәҫкәр артистар Фәнзил Яхин, Рания Хисамова, Әлфәрит Ширғазин, Разия Гәрәеваларҙың моңло йырҙары, Камила Латипованың өҙҙөрөп бейеүе барыһының да күңеленә хуш килде.
Уңған хужабикәләр Фия Хисамова, Әлфиә Хәмитова, Ғәлиә Хәкимовалар “Аш-һыу оҫталары” бәйгеһенә бауырһаҡ, ҡош теле бешереп килтергәндәр.
Барса йыйылған халыҡ Илдус Йөҙлөкбаев һәм Рәсим Хисамовтар бешергән тәмле былау, төрлө-төрлө ризыҡтар менән тәмле сәй эсеп һыйланды. Бала-сағалар төрлө уйындарҙа ҡатнашып бүләктәр алып, бушлай батутта һикереп, уҡтан атып, татлы вата алып ҡыуанды.
Барсаһы ла байрамдан бик ҡәнәғәт булып, ойоштороусыларға ҡат-ҡат рәхмәт әйтеп таралышты.
“Хөрмәтле ауылдаштар! Бик матур итеп Ҡорбан байрамын үткәреп ебәрҙек. Саҙаҡа ебәреүселәргә һәм байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.
Уҡтан атыуға, батутҡа, бүләктәргә аҡса шул саҙаҡа иҫәбенән алынды. Киләһе йылда ла ошондай байрам үткәрергә аҡсабыҙ ҡалды әле. Гел шулай берҙәм, татыу, иманлы булайыҡ”, - тип яҙҙы байрамдан һуң ауылдаштар төркөмөнә Руслан хажи Мөхәмәтшин.
Сахай ауылы халҡының берҙәм булыуы, ял һәм мәҙәниәт паркын ошондай йәмәғәт саралары үткәреү өсөн ҡулланыуы һәм һаҡлап тотоноуы бик һөйөнөслө. Бар ерҙә лә шулай ял итеү парктары халыҡ өсөн эшләһен ине.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: