Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Сентябрь 2023, 15:02

Ике яңы объект хасил булды

Күлләр ауылы халҡы үҙҙәренең ҙур тырышлығы менән “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү яулап, бер миллион ярым һумлыҡ аҡсалата премияға лайыҡ булғайнылар. Ауылдаштар оҙаҡ ҡына уйлағандан һәм дөйөм йыйылышта күмәкләшеп кәңәшләшкәндән һуң был аҡ­саға Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлегенә мемориаль таҡта эшләтергә һәм ба­лалар майҙансығы булды­рырға ҡарар итә.

Ике яңы объект хасил булды
Ике яңы объект хасил булды

Хәтер таҡтаһын, балалар майҙансығын асыу һәм бай­рам ойоштороу өсөн Күлләр ауылы халҡы ҙур көс һалған. Тантанаға ауыл халҡы ғына түгел, сит яҡтарҙа йәшәгән яҡташтар һәм ҡунаҡтар ҙа саҡырылған ине. Сараны Ефремкин ауыл советы ха­кимиәте башлығы Наталья Иванова асты һәм:

- Ошо тантаналы минут­тарҙы кисерер өсөн беҙгә бер йылдан ашыу көс түгергә тура килде. Бөгөнгө эш һөҙөмтәһе – барлыҡ Күлләр ауылы халҡының дөйөм ҡаҙанышы. “Айыҡ ауыл” бәйгеһен­дә еңеп сығыр өсөн ауылда бик күп саралар уҙғарылды. Унда барыһы ла әүҙем ҡат­нашты. Ысынында иһә, был балалар майҙансығы күпкә ҡыйбатыраҡ тора. Беҙҙең хәлгә кереп, ошо эштә оло ярҙам күрһәтеүсе эшҡыуар Дамир Насировҡа рәхмәт­лебеҙ. Хәтер таҡтаһындағы исемлекте төҙөүҙе үҙ өҫтөнә алған яҡташыбыҙ Юлай Әб­сәләмовҡа һәм барлыҡ ауыл халҡына рәхмәтем сикһеҙ, - тине.

Эйе, Күлләр ауылында тыуып үҫкән, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәт­кәре Юлай Әбсәләмов хә­тер таҡтаһында мәңгелеккә уйылып яҙыласаҡ исемлек өҫтөндә ҙур эш башҡарған. Оло йәштәге яҡташтары менән әңгәмәләшкәндән, тарихи китаптарҙы өйрән­гәндән, күп тапҡырҙар хәрби комиссариат тупһаһын та­пағандан һәм архивта эҙлән­гәндән һуң Юлай Марат улы 96 яугирҙән торған исемлек төҙөй.

Байрам ҡунағы, район хакимиәте башлығы­ның эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Рәсил Исламов Юлай Марат улына район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырғандан һуң:

- Күлләр ауылы минең тыуған ауылым кеүек. Бе­леүегеҙсә, минең өләсәйем ошо ауыл клубында эшлә­не. Ошондай ҙур эш атҡа­рып сыҡҡанығыҙ өсөн ба­рығыҙға ла рәхмәтлемен. Күлләр ауылы халҡы һәр ваҡыт үҙҙәренең маҡсатҡа ирешеүсәнлеге, әүҙем һәм татыу булыуҙары менән айырылып тора. Һеҙ бер нимәнән дә ҡурҡып тормай­ынса алға табан барҙығыҙ һәм оло маҡсатҡа ирештегеҙ. Ауыл халҡын дәртләндереп, идеялар биреп һәм алға әй­ҙәп тороусы ауыл советы ха­кимиәте башлығы Наталья Ивановаға һәм ауыл старо­стаһы Римма Сөләймәно­ваға, оло ярҙам күрһәтеүсе Дамир Насировҡа, Юлай ағайға рәхмәт. Балалар май­ҙансығы һәр саҡ кескәй­ҙәрҙең күңелле тауышынан гөрләп торор, тип ышанам, - тигән һүҙҙәрен еткерҙе.

- Ошондай мөһим про­ектты бойомға ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан Күлләр ауылы халҡына рәхмәт әй­тәм. Тыныс тормош өсөн көрәшкән һәм баштарын һалған яҡташтарыбыҙ беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәйәсәк, - тине үҙенең сығышында Юлай Марат улы.

Бер минутлыҡ тынлыҡ менән һуғыш ҡорбандарын хәтергә алыу, ҡыҙыл таҫма­ларҙы киҫеп, рәсми рәүештә стеланы асыу, ауыл халҡы һәм мәктәп уҡыусылары, Алайғыр ауылының “Зәй­түнгөл” ансамбле әҙерлә­гән күңелдәргә үтеп инер­лек концерт программаһы, ауылдаштарҙың хәтирәләре менән бүлешеүҙәре бер кем­де лә битараф ҡалдырманы.

Ике ҙур объектты асыу тантанаһы һуңында кескәй­ҙәр өсөн яңы асылған бала­лар майҙансығында күңелле уйындар, ололар өсөн бай та­бын артында сәй эсеү ойошторолдо.

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: