Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Июнь 2023, 11:30

Юлдар хәүефһеҙ буласаҡ

Район үҙәгенең Рафиҡов урамында яҡтыртҡыстар барлыҡҡа киләсәк. Проектфедераль программа сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

3 километрҙан артыҡ оҙонлоҡтағы участкала йөҙҙән артыҡ бағана Тауһеңер ауылы яғына юлды яҡтыртасаҡ. Яҡтыртҡыстарҙы монтажлау эштәрен ағымдағы йылдың сентябренә тамамларға планлаштыралар.
- Был районда йәшәүселәр өсөн һөйөнөслө хәбәр. Төндә юлдың был өлөшөндә ҡараңғы. Йәйәүлеләр йөрөй торған урын яҡтыртылмай, күп кенә кешеләрҙең кейемдәрендә, шул иҫәптән велосипедтарҙа ла, яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементтар юҡ.
Киске ваҡытта уларҙы водителдәр күрмәй. Был яҡта балалар күп, шул иҫәптән мәктәп уҡыусылары йәшәй. Хәҙер яҡтылыҡ үткәрелгәс, юл хәүефһеҙ буласаҡ, - тип уртаҡлашты Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Гүзәл Ғирфатова.
Яҡтыртыуҙы урынлаштырыу буйынса шундай уҡ эштәр хәҙер Ҡабаҡ ауылының Шоссе урамында ла алып барыла.
Миләүшә ШАМИЛЕВА.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: