Төҙөлөш барышы тикшерелде
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең урынбаҫарҙары һәм бүлек начальниктары менән бергә район үҙәгендәге балалар поликлиникаһы төҙөлөшө барышын тикшерҙе.
Өс мең квадрат метрҙан ашыу майҙаны булған яңы ике ҡатлы бина сменаһына 150 кешене ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Яңы медицина учреждениеһында шулай уҡ ҡабул итеү-күҙәтеү боксы, амбулатор ҡабул итеү кабинеттары, тиҙ медицина ярҙамы блогы булдырыу планлаштырылған.
Объектҡа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә финанс ярҙам күрһәтелә. Балалар һаулығын һаҡлау - проекттың төп маҡсаттарының береһе булып тора. Шулай уҡ был проект сиктәрендә балалар поликлиникаларында майҙанды дөрөҫ ойоштороу һәм йыһазландырыу, яңы балалар дауаханалары һәм уларҙың айырым корпустарын төҙөү ҙә ҡаралған.
- Ҡырмыҫҡалыла подрядчик элекке ҡоролманы һүтеп, яңыһын төҙөй. Әлеге көндә бында яңы бина нигеҙенең монолит конструкцияһын төҙөү буйынса эш бара. Район хакимиәте менән бергә объектты йылылыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү юлдарын уйлайбыҙ, - тигән фекере менән бүлеште Айрат Рәзиф улы.
Төҙөлөш эшен конкурста еңеп сыҡҡан “Капитал Строй” яуаплығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Мәғлүм булыуынса, төҙөүселәр планлаштырылған графиктан бер аҙ артта ҡалған. Шуға күрә төҙөлөш эшенең тамамланыу срогы 2024 йылдың 1-се кварталына күсерелгән. Ошо ваҡытҡа район үҙәгендә халыҡ бик күп йылдар көткән һәм барлыҡ заман талаптарына тап килгән балалар поликлиникаһы үҙ ишектәрен асыр, тип ышанабыҙ.
Анастасия ПИЛЮГИНА