Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
12 Август 2022, 15:38

Уңайлы һәм матур йорттар төҙөй

Был йәкшәмбелә төҙөүселәр, проектсылар, архитекторҙар, төҙөлөш индустрияһы сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй.Төҙөүселәр тырышлығы менән ауыл-ҡалаларыбыҙ көндән-көн матурлана, кешеләр тыуған йорт йылыһын нығыраҡ тоя. Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Тимур Камалетдинов та төҙөлөш өлкәһендә үҙ эшен асып, байтаҡ йылдар кешеләр мәнфәғәтенә эшләй.

Уңайлы һәм матур йорттар төҙөй
Уңайлы һәм матур йорттар төҙөй

Тимур 1-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбен тамамлағандан һуң Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһының бухгалтерҙар курсында белем ала. Бер үк ваҡытта ситтән тороп Ҡырмыҫҡалы ауылындағы “Мәскәү иҡтисади үҙгәрештәр инситуты”нда менеджеры дипломына эйә була. Тыуған ауылынан бер ҡайҙа ла китмәҫкә ҡарар иткән йәш белгес “Водоканал” йәмғиәтенә слесарь булып эшкә урынлаша. Уларҙың бригадаһы ауылдар буйлап һыу үткәреп йөрөй. Эшкә талымы булған егетте мастер итеп үрләтәләр. Өс йылдан ашыу мастер булып эшләгән осоронда уның етәкселеге аҫтында Олокүл ауылында 12 километр һыу торбалары һуҙыла.
Был ваҡыт эсендә төҙөлөш эшен яратырға өлгөргән Тимур Рөстәм улы үҙ эшен асырға ҡарар итә. Иң элек арендаға ер биләмәһе алып, тимер-бетон ҡулсалар һатыу менән шөғөлләнә. Артабан эшен киңәйтеү маҡсатында етештереү биналарын төҙөй һәм тимер-бетон ҡулсаларҙы үҙе етештерә башлай. Бөгөнгө көндә район үҙәгендә уның 4 төҙөлөш базаһы бар һәм уның ҡул аҫтында 4 хеҙмәткәр эшләй.
- Тәүге тимер-бетон ҡулсаларҙы ҡойоп, эшемдең һөҙөмтәһен күргәндән һуң күңелемдә ҡәнәғәтлек тойғолары тойҙом. Төҙөлөш эше минеке икәненлегенә инандым, - ти Тимур Рөстәм улы.
Ә 2020 йылдан инде эшҡыуар йорттар төҙөп һатыу эшен йәйелдереп ебәрә. Өйҙөң проектын интернеттан алып, уға үҙгәрештәр индерә, һыҙымдарын да үҙе һыҙа. Иң беренсе йортон Чапаев урамында ер биләмәһе һатып алып төҙөй башлай. Бының өсөн төҙөүселәр бригадаларын яллай.
- Йорттарҙы төҙөү өсөн сифатлы материалдар ҡулланам, сөнки был йорттарҙың хужалары алдында йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын тип тырышам. КирбестәрТолбазы һәм Бәләбәйҙән килтерелһә, профнастилды үҙебеҙҙең Ханжина шәхси предприятиеһынан алам, һыу скважинаһын һәм канализацияны үҙебеҙ эшләйбеҙ.
Минең өсөн иң мөһиме – эшебеҙҙең һөҙөмтәһе, ул кешеләрҙе ҡыуандырырлыҡ булырға тейеш, - ти эшҡыуар.
Тимур Камалетдинов төҙөгән йорттар ысынлап та бик күркәм, ныҡлы һәм уңайлы. Ул хужаларға өй асҡысын тапшырғанда йылытылған иҙән түшәлгән, ванна һәм бәҙрәф бүлмәләрендә плиткалар йәбештерелгән, бүлмә ишектәре, тәҙрәләр ҡуйылған, ер биләмәһе профнастил менән ҡоймалап алынған була.
Яңы тормош башлаған йәштәргә ауыл ипотекаһын, әсәлек капиталын файҙаланып, йорт һатып алыу мөмкинлеге лә бар. Йорттарҙың хаҡы төрлөсә – 3 миллион 200 мең һумдан алып 3 миллион 800 мең һумға тиклем.
Әйткәндәй, Тимур Камалетдинов ғаиләһе менән үҙ ҡулдары менән төҙөгән заманса бар уңайлыҡтарын булған йортта йәшәй. Ҡатыны Айгөл – хужабикә, Алмаз һәм Тимерлан исемле улдар үҫтерәләр.
Тыуған ауылында ҡалып, уны күркәмләтеүҙә һәм төҙөкләндереүҙә үҙ өлөшөн индергән Тимур Камалетдиновты һөнәри байрамы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да эшендә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: