Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
21 Апрель 2022, 16:28

Бергәләшеп сыҡтыҡ өмәгә

Өмә үткәреү - ул матур йола. Элек кешеләр бөтә эште лә бергәләшеп башҡара торғайны. Был йорт күтәреү, бәрәңге ултыртыу, мал һуйыу, эс-ҡарын йыуыу һәм башҡалар булһынмы, һәр саҡ бергәләшеп, ярҙамлашып эшләй инеләр.Бына шундай изге эштәрҙең береһе – яҙғы өмәләр әлеге көндә лә дауам итә. Ҡарҙар иреп бөтөү менән кешеләр үҙҙәре йәшәгән ихаталарын ғына сүп-сарҙан таҙартмай, дөйөм урындарҙы ла тәртипкә килтерәләр.

Бергәләшеп сыҡтыҡ өмәгә
Бергәләшеп сыҡтыҡ өмәгә

Үрге Төкөн ауылы кешеләре лә дәртләнеп өмәгә сыҡты. Был көндө төп көс 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм һәләк булған яҡташ яугирҙарға ҡуйылған обелиск янын тәртиптә килтереүгә йүнәлтелде. Был урынды тәртиптә тотоу - беҙҙең изге бурысыбыҙ. Обелиск бит үҫеп килеүсе йәш быуын өсөн мәңгелек хәтер билдәһе. Шулай уҡ был биләмәлә мәсет һәм магазин урынлашҡан.
Ауылдаштар күмәкләшеп таҙалыҡты булдырыу өсөн тырышты. Улар көҙҙән ҡалған сүп-сарҙы, элекке кипкән үләндәрҙе, ағас япраҡтарын йыйҙы. Уйын-көлкө менән барған эштә ваҡыт үткәне лә һиҙелмәне. Биләмә сүп-сарҙан арындырылып, таҙарып, матурланып ҡалды. Мәшәҡәтле генә эш булһа ла, һөҙөмтәне күреп, күңелгә рәхәт булып китте. Таҙалыҡты бергәләп һаҡлайыҡ!
Эльвира Хәлимова.
Үрге Төкөн ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: