Ошо маҡсатҡа федераль һәм республика бюджеттарынан яҡынса 50 миллиард һум аҡса тотоноу планлаштырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тантаналар 2024 йылда ойошторола. Радий Хәбиров әйткәнсә, был юбилей ҡунаҡтар өсөн түгел, ә тәү сиратта ҡала халҡы өсөн. Шуға күрә бөтә ихаталарҙа, урамдарҙа, парктарҙа, скверҙарҙа тәртип урынлаштырыла. Төп төҙөлөш объекттары ла була, бына уларҙың бер нисәһе.
- Яңы Евразия китапханаһы (4 миллиард)
- "Өфө -2 ҡаласығы" археологик материалдар һаҡлағысы (1,5 миллиард)
- Дим биҫтәһендә ишеү слаломы өсөн ҡоролмалар комплексы (396 миллион)
- Спорт көрәше үҙәге (5,3 миллиард)
- Фехтование үҙәге (700 миллион)
- Математика лицейы (2,9 миллиард)
- Кузнецов затонында 2200 урынлыҡ мәктәп (2 миллиард)
- Һуғыш ветерандары госпиталенең яңы корпусы һәм уны йыһазландырыу (6 миллиард)
- Октябрь революцияһы урамын (1,37 миллиард), Пугачев урамын (3,8 миллиард) төҙөкләндереү
- Генерал Рыленко һәм Пугачев урамдары киҫелешендә юл үткәргес төҙөү (3,8 миллиард)
- Генерал Рыленко урамын төҙөү (3,8 миллиард)
- Кузнецов затонында Өфөнө көньяҡтан урау юлы (450 миллион)
- Йәмәғәт транспортын модернизациялау (998 миллион)
- Воровский урамы тәңгәлендә Ағиҙел аша күперҙе ремонтлау (4 миллиард)
Фото: Валерий Шахов
https://bash.bashinform.ru/news/economy/2021-11-19/f-l-450-yylly-yubiley-u-ayynan-ya-ynsa-50-milliard-um-a-ob-ekttar-alyna-m-t-kl-nderel-2589787