Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Ноябрь 2020, 10:41

"Былай йәшәү мөмкин түгел"

– Былтыр, эш башланып ҡына торғанда, хаталарҙы ғәфү итергә лә булыр ине, тик быйыл...

“Башҡортостан ихаталары” программаһы бар халыҡтың күңеленә хуш килде. Уға ярашлы тиҫтәләрсә йылдар ремонт күрмәгән иҫке һәм ҡотһоҙ ихаталарға яңы һулыш өрөлдө, улар тулыһынса тиерлек яңыртылды. Был аҙнала республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та шул турала һөйләгәйне. – Ыңғай миҫалдар бик күп. Ихаталар күҙгә күренеп матурлана, унда йәшәге, уйнағы, эшләге килә. Тик тегендә йә бында башҡарылған бер сифатһыҙ ремонт сәбәпле проектҡа ҡарата дөйөм кире ҡараш уяна. Былтыр, эш башланып ҡына торғанда, хаталарҙы ғәфү итергә лә булыр ине, тик хәҙер эшләп өйрәнергә ваҡыт, – тигәйне Радий Хәбиров. Шундай кире миҫалдарҙың береһе - Бөрө ҡалаһында. Тыныслыҡ урамындағы 148-се йорт ихатаһында башҡарылған ремонтта етешһеҙлектәр табылған. Уны йүнәтеү буйынса контракт былтыр йәй төҙөлә, подрядсы ойошма 1 августа эш башлай һәм 27 декабрҙә тамамлап тапшыра. Әммә сифатһыҙ башҡара. Подрядсы ойошмаға бер нисә тапҡыр дәғүә ебәрелә, контрактты үтәү ваҡытын үткәргән өсөн 107909 мең һум пеня һалына. Яҙғы тикшереү барышында балалар майҙансығына түшәлгән резина япманың тигеҙ түгеллеге асыҡлана. Шулай уҡ 1-се һәм 5-се подъездар алдында һыу йыйыла. Был етешһеҙлектәр буйынса төҙөүселәргә дәғүә ебәрелә, һөҙөмтәлә быйыл майҙа япма яңынан түшәлә. Ә бына 1-се һәм 5-се подъездар алды ошо көнгә тиклем яңынан асфальтланмаған. Яуапһыҙ башҡарылған ремонт урындағы халыҡ өсөн проблема тыуҙырған. Мәҫәлән, Римма Александровна белдереүенсә, ямғыр яуған һайын һыу подвалға ағып төшә, шул сәбәпле инәйҙең фатирында еүешлек, күгәргән урындар бар. "Мин беренсе ҡатта йәшәйем. Бөтөн һыу подвалға аға. Өйҙә бик еүеш, балаҫтар һыулы. Ваҡ себендәр оса башланы. Кеше миңә инһә, фатирыңдан насар еҫ сыға, ти. Иртән уяныу менән тәҙрәләрҙе аса һалам, башҡаса йәшәү мөмкин түгел", – ти Римма Александровна. Подрядсы ойошма вәкилдәре белдереүенсә, проект буйынса ихатала ямғыр канализацияһы ҡаралмаған. Тик проблеманы хәл итеп була. Етешһеҙлектәрҙе аҙна һуңына тиклем бөтөрөргә вәғәҙә биргәндәр. "Подъезд алдына яңынан асфальт түшәргә, контруклонды алып ташларға йыйынабыҙ. Был аҙнала эште башҡарып ҡуйырбыҙ тип уйлайым", – ти төҙөүсе ойошма вәкиле Александр Петросян. Фото район хакимиәтенән. Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: