Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
30 Июль 2020, 12:10

Яңы контейнерҙар ҡуйыла

Баш ҡаланың Киров районында сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйыла.

– Бөгөн тағы бер ихата ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуға күсте. Беҙ уларҙы ҡаланың ҙур контейнерҙар майҙансыҡтарында урынлаштырырға уйлайбыҙ, – тип һөйләне “САХ” муниципаль унитар предприятиеһының икенсел сеймалды йыйыу һәм эшкәртеү буйынса бүлек етәксеһе Владислав Залилов. – Барлыҡ айырым йыйылған ҡалдыҡтар сүп-сарҙы сортировкалау буйынса комплексҡа килтерелә һәм 17 фракцияға бүленә. Икенсел сеймал бүленә һәм ҡайтанан эшкәртеүгә ебәрелә.
Әле Өфөлә сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн 118 майҙансыҡ бар. “Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһы иҫәбенә 1,1 кубометр күләмле – 884, сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн – 281, металдан эшләнгән 0 75 кубометр күләмле 50 контейнер алынған. Муниципаль килешеү нигеҙендә төбәк операторы тағы өҫтәмә 1,1 кубометр күләмле 2749 евроконтейнерҙы һатып алған. Уларҙың 849-ы пластик, быяла һәм ҡағыҙҙы айырым йыйыу өсөн тәғәйенләнгән.
Бөгөн Башҡортостанда Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Туймазы районы – коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса алдынғылар рәтендә.
– Был эш “Экология” милли проекты маҡсаттарына тура килә һәм ҡалала йәшәгәндәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, халыҡтың экологик йәһәттән мәҙәниәтен күтәреү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән, – ти Владислав Залилов.
Әйткәндәй, “Экология” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгәйне.
Фото: Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Ya-i-konteyner-ar-uyila-388932/
Читайте нас: