«Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эше ауыр, күп көс талап итә, көндәлек ығы-зығыла гел генә лайыҡлы баһаланмай. «Өфө ҡалаһы торлаҡ-коммуналь хужалығының маҡтаулы хеҙмәткәре» исемен булдырырға ваҡыт етте. Бер кем дә ҡаршы килмәйҙер тип уйлайым», — тине Өлфәт Мостафин.