Даирә
+17 °С
Дождь
Спорт
13 Августа , 10:08

Сәләмәт тормош яҡлылар йыйылды

Уҙған аҙнала Ҡырмыҫҡалы ауылында Физкультурниктар көнөнә арналған спорт саралары үтте.

Сәләмәт тормош яҡлылар йыйылдыСәләмәт тормош яҡлылар йыйылды
Сәләмәт тормош яҡлылар йыйылды

Спорт – ул матурлыҡ, рухи күтәренкелек һәм ғаилә ҡиммәттәре. Уҙған аҙнала Ҡырмыҫҡалы ауылында Физкультурниктар көнөнә арналған спорт саралары үтте. Ул әүҙем йәшәү рәүешен баһалаған һәр кем өсөн сағыу ваҡиға булды һәм төрлө быуын кешеләрен йыйҙы.
Спорт быуындарҙы берләштерә
Байрам сараһы “Аҡ­күл” паркында “Тормошҡа ун мең аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһы менән башланып китте. Йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов йыйылыусыларҙы сә­ләмләп, байрам менән ҡотланы һәм ГТО нормативтарын лайыҡлы үтә­гән­дәргә отличие билдәләрен тапшырҙы. Влада Илмырҙина, Вилиә Исламғолова, Зөлфиә Мостаева, Ғәлиә Хәкимова, Әлфиә Халиҡова һәм Зөлфиә Бәхтийәрова алтын ГТО билдәләренә эйә булды.
Тантаналы өлөштән һуң акция­ла ҡатнашыусылар Ҡырмыҫҡалы физкультура-сәләмәтләндереү комплексының тре­нер-­уҡытыусыһы Роза Юны­сова менән дәртле музыка аҫтында иртәнге зарядкаға баҫты. Һуңынан спорт сараһында ҡатнашыусылар бергәләп дистанцияны үттеләр. Финишта һәр ҡатнашыусыға ун мең аҙым үтеүе тураһында сертификат тапшырылды.

Ғаилә подряды һәм ирекмәнлек
Ҡырмыҫҡалы ауы­лы­нан Рә­­жәповтар ғаиләһе сәләмәт йәшәү рәүешенә тоғролоҡтоң сағыу миҫалы булып тора. Әлфрит Әхмәт улы һәм Флидә Рухлбаян ҡыҙы байрамға ейәне Тимур һәм уның дуҫы Иван менән килгән. Улар өсөн «Аҡкүл» паркы күптән көс туплау урынына әйләнгән.
- Беҙ бында һәр шәмбе традицион йүгереү сараһына киләбеҙ. Биш саҡрым аралыҡты үтеү бер ни тормай. Бындай сараларҙан ыңғай тәьҫораттар алып, күтәренке кәйеф менән ҡайтабыҙ. Ҡыш көнө лә өйҙә ултырмайбыҙ: саңғыға баҫабыҙ һәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Беҙҙең төп маҡсат - хәрәкәттә булыу, фекерҙәштәр менән осрашыу һәм ейәнебеҙгә өлгө күрһәтеү. Тимур ҙа спорт буйынса беҙҙең «коллегабыҙ»: йүгерә, һи­керә, саңғыға баҫа. Бы­нан тыш, мин физкультура-һауыҡтыру комплексында «Факел» төркөмөндә шө­ғөл­ләнәм, - тип уртаҡ­лаш­ты Флидә Рухлбаян ҡыҙы.
Шулай ҙа Рәжәповтар әүҙем тормош менән генә сикләнмәйҙәр. Улар дөйөм эшкә ҙур өлөш индерә: Флидә Рухлбаян ҡыҙы – “Кармаскалинцы СВОим” ирек­­мәндәр штабы ағзаһы. Әлфрит Әхмәт улы ла беҙҙең яугирҙар өсөн 50 антидрон селтәрен бәйләгән.

Юбилей триатлоны һәр кемгә дәрт өҫтәне
Иң көслө атлеттарҙы йыйған 35-се триатлон прог­рамманың төп өлөшө булып торҙо. Ҡатнашыусылар 350 метрға йөҙөүҙә ҡат­нашты, 8 саҡрымға велоуҙышта һәм 2 саҡрымға йүгереүҙә үҙҙәренең етеҙлектәрен һәм көсөн күрһәтте. Ярыш көсөргәнешле барҙы. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Владимир Кириллов абсолют чемпион булды (41 йәш). Пьедесталдың икенсе баҫҡысын Юрий Кирилов (65 йәш) менән Анатолий Буйлов (64 йәш) бүлеште. Бронза наградаларҙы Рәсүл Фәттәхов һәм Динис Вәлишин яуланы. Ярышта иң йәш ҡатнашыусы 10 йәшлек Кирилл Кириллов булды һәм ул Рәсәй спортының киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа булыуын иҫбатланы.
- Спортта иң мөһиме – еңеү генә түгел, ә үҙ-үҙеңде еңеү ҙә. Көйәрмәндәр спорт байрамында ҡатнашыусыларҙы алҡышлап, маҡтау һүҙҙәре ҡысҡырып, көс-дәрт өҫтәп торалар. Ошо энергия өсөн йәшәргә һәм спорт менән шөғөлләнергә кәрәк! - тигән тәьҫораттары менән уртаҡлашты триатлондың бронза призеры Рәсүл Фәттәхов.

Бөтә майҙансыҡтарҙа спорт ярыштары
Уйын төрҙәрен яратыусылар өсөн был көн спорт ярыштарына бай булды. Ҡырмыҫҡалы ауылының физкультура-һауыҡ­ты­рыу комплексында өҫтәл теннисы буйынса турнир үтһә, гимназия стадионында футбол буйынса ярыш уҙҙы. Параллель рәүештә Сахай ауылында спорт фестивале менән физкультура уҡытыусыһы Фәнил Хәкимовты хөрмәтләп иҫкә алдылар, ә Олокүлдә волейбол, шашка, армрестлинг һәм көрәш буйынса ярыштар ойошторолдо.
Байрамдың төп һөҙөм­тәһе ябай: башларға бер ҡасан да һуң түгел. Йүгерегеҙ, йөҙөгөҙ, маҡ­сат­тарығыҙға барығыҙ һәм шул саҡта, хатта, ун мең аҙым да сәләмәт, бәхетле тормош юлына әйләнер.
Марина ВИКТОРОВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас