

Ярыш “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы сиктәрендә уҙҙы. Унда Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла һәм Бүздәк район дары командалары ҡатнашты.
Был уйында еңеү өсөн команданың һәр ҡатнашыусыһынан тиҙлек, етеҙлек, команда эше талап ителде. Уйындар көсөргәнешле һәм мауыҡтырғыс булыуы менән айырылып торҙо. Спортсылар юғары әҙерлек, берҙәмлек һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтте.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең район командаһы лайыҡлы еңеү яуланы. Әйткәндәй, лапта буйынса Ҡырмыҫҡалы командаһы составында Эльмир Миһранов (капитан), Илмир Шафиҡов, Вадим Сәләхетдинов, Вадим Борханов, Айҙар Әхмәҙуллин, Данир Шәрипов, Роман Макаров, Кирилл Макаров, Эмиль Сабитов һәм Руслан Байтимеров уйнаны. Уларҙың һәр ҡайһыһы дөйөм уңышҡа тос өлөш индерҙе, еңеү өсөн бар көсөн һалды.
Уйындың йомғаҡтары буйынса Хәйбулла районы командаһы икенсе урында булһа, Бүздәк районы лаптасылары өсөнсө урынды алды.
Район спортсыларын алда тағы ла яңы осрашыуҙар, ҙур еңеүҙәр оҙатып барһын.
Марсель ӘКРӘМОВ.