

“Аҡкүл” паркында үткәрелгән “Геройҙар һуҡмағы” эстафетаһына үҙҙәренең ныҡлығын тикшерергә әҙер командалар йыйылды. Ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов мөрәжәғәт итте һәм барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, ә көрәшселәргә еңеүҙәр теләне.
Геройҙар һуҡмағы
Эстафетаның маршруты еңелдән булманы. Ҡатнашыусылар тиҙлеккә автоматты һүтеп йыйҙылар, күл тирәләй йүгерҙеләр, ә юлда уларҙы “миналы” урындар көтөп торҙо. Бурыс тағы ла ҡатмарлана төштө: автомат “магазиндарын” патрондар менән тултырырға, “цель”гә туп менән бәрергә, “змейка”ны урап уҙырға, һуңынан яңынан “миналы” юлдан үтергә кәрәк ине. Шунан һуң ғына – финиш.
- Старт бирелгәндән һуң беренсе минуттар – иң тулҡынландырғысы булды,- тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты бәйгелә ҡатнашыусы.- Балаларың һәм ирең йәнәшә йүгергәндә икенсе һулыш барлыҡҡа килә. Беҙ берҙәм команда, һәм был иң мөһиме!
Көсөргәнешле алышта Олокүл ауылынан Ғәлимовтар ғаиләһе еңеү яуланы. Улар башҡа командаларға өмөт ҡалдырманы. Финиш һыҙығына икенсе булып Ҡырмыҫҡалы ауылынан Кузнецовтар, Олокүл ауылынан Әсәҙуллиндар өсөнсө булып килде.
Шат йөҙҙәр, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр – спорт байрамы шулай тамамланды. “Геройҙар һуҡмағы” ғаиләләрҙе берләштерә һәм характерҙы сыныҡтыра икәнен тағы бер ҡат иҫбатланы.