Даирә
+19 °С
Ясно
Спорт
22 Мая , 11:15

Ғаиләләр ярышы сәмле барҙы

Ҡырмыҫҡалы ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт һөйөүсе ғаилә командалары араһында “Ғаилә старттары” район фестивале ойошторолдо.

Ғаиләләр ярышы сәмле барҙыҒаиләләр ярышы сәмле барҙы
Ғаиләләр ярышы сәмле барҙы

15 майҙа Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Байрам уңайынан Ҡырмыҫҡалы ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт һөйөүсе ғаилә командалары араһында “Ғаилә старттары” район фестивале ойошторолдо. Был сара һәр ғаиләлә сәләмәт, айыҡ тормошҡа ынтылыш тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Сараны тантаналы рәүештә асҡандан һуң, район буйынса ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Виктория Мө­хәмәҙиева фестивалдә ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡот­лап, ғаиләләргә уңыштар теләне.
- Барығыҙҙы ла Халыҡ-­ара ғаилә көнө менән ҡотлайым, Һәр йортта бәхет, именлек, мөхәббәт, муллыҡ һәм һаулыҡ теләйем. Әлбиттә, конкурсанттарыбыҙға бәйгелә ҡатнашҡандары өсөн оло рәхмәтлемен һәм бөтәгеҙгә лә уңыштар юлдаш булһын, - тине Виктория Мөхәмәҙиева.
Виктория Риф ҡыҙы байрам уңайынан “Йыл ғаиләһе” республика конкурсының муниципаль этабы еңеүселәрен бүләкләп үтте. Төрлө номинацияларҙа 1-се урын яулаусы ғаиләләр - “Күп балалы ғаилә” номинацияһында Гәрәевтар ғаи­ләһе, “Ауыл ғаиләһе” – Гор­де­евтар, “Ватанды һаҡлау­сы ғаиләһе” – Зарабеловтар, “Тәр­­биәгә бала алған ғаилә” - Ишемғоловтар, “Спорт һөйөүсе ғаи­лә” – Шиновтар ғаиләһе. “Күп балалы ғаилә” номинацияһында Галиндар ғаиләһе һәм “Ватанды һаҡлаусы ғаиләһе” номинацияһында Кухарчик ғаи­ләһе 2-се урын алды.
Артабан сарала ҡатнашыу­сы­лар тренер Роза Юнысова ме­нән дәртле музыка аҫтында күнекмәләр эшләнеләр. Һ­уңынан Ҡырмыҫҡалы ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Эльмир Миһранов бәйге шарттары менән таныштырғас, ярышҡа старт бирҙе. Уйындарҙа өс кешенән торған 10 ғаилә ҡатнаш­ты. Спорт фестивале район­дың иң әүҙем ғаиләләрен бер­ләштерҙе. Бына улар: Яңы Ҡыйышҡы ауылынан Баһауетдиновтар, Ҡырмыҫҡалы ауылынан Йәрмөхәмәтовтар, Аҡбашевтар, Сәйфетдиновтар, Мө­хәмәтйәновтар, Таһиров­тар, Яҡуповтар, Байбуриндар, Куз­нецовтар һәм Үрге Тимкә ауылынан Гордеевтар ғаиләләре.
Ғаилә командалары спорт ярыштарында үҙҙәренең етеҙ­лек­тәрен һәм көсөн, зирәкле­ген, сослоғон, берҙәмлеген күр­һәтте. Ярышта ҡатнашыу­сы ғаиләләр төрлө ҡыҙыҡлы уйын­дарҙа ярышты: спортҡа ҡағылышлы викторина һорау­ҙарына яуап бирҙеләр, теннис тубын сәкән менән йөрөттөләр, артабан обруч менән йүгерҙеләр һәм башҡа күңелле старттарҙа үҙ көсөн һынанылар. Был спорт уйындарында балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә теләп ҡатнашты. Улар араһында ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Спортсылар һәр ҡайһыһы еңеү өсөн бар көсөн һалды. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа иң мөһиме – команда рухы һәм ғаилә берҙәмлеге икәнен танытты. Ярыштарҙың һәр этабында ҡатнашыусыларыбыҙҙы көйәрмәндәр хуплап, дәртләндереп торҙо. Сара йомғаҡ яһау һәм бөтә ҡатнашыусыларҙы, еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланды.
Бәйге һуңында йыйылған мәрәйҙәр буйынса жюри ағзалары урындарҙы түбәндәгесә билдәләне. Шулай итеп көсөргәнешле алыштарҙан һуң Ҡыр­мыҫҡалы ауылынан Таһиров­тар ғаиләһе 1-се урынға лайыҡ булды, 2-се урынды Гордеевтар (Үрге Тимкә) ғаиләһе яуланы, 3-сө урынды Йәрмөхәмәтовтар (Ҡырмыҫҡалы) ғаиләһе алды. Сарала ҡатнашыусы һәм еңеүсе ғаилә командалары иҫтәлекле бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
- Беҙ – спорт һөйөүсе ғаилә. Беҙҙең ишле ғаиләлә туғыҙ бала тәрбиәләнә. Балаларҙың барыһы ла талантлы, һәләтле, спортсы, тырыштар, әүҙемдәр. Мәктәптә, балалар баҡсаһында, бынан тыш район кимәлендә үткәрелгән төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашабыҙ. Төрлө кимәлдәге ярыштарҙа беренсе һәм призлы урындар яулайбыҙ,- ти Анна Гордеева.
Ҡырмыҫҡалы ауылынан Тать­я­на Байбурина ла бәйгенән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
- Бәйгене ойоштороусыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бындай ярыштарҙа беренсе тапҡыр ярышабыҙ. Спорт сараһында ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ, бөтәһе лә яҡшы ойошторолған. Бәйгелә мин ике ҡыҙым - Арина һәм Ева менән ярыштыҡ, - ти ул.
Ҡырмыҫҡалы ауылының “Бал ҡорто” балалар баҡсаһы да­нын яҡлаған Аҡбашевтар ғаиләһе лә уйындарҙан бик ҡә­нәғәт:
- Бөгөнгө сара бик оҡшаны. Үҙебеҙ өсөн көс, дәрт тупланыҡ. Ғаиләлә Малик һәм Амин исемле ул тәрбиәләнә. Балаларҙы үҙебеҙҙең өлгөлә спортҡа ылыҡтырырға тырышабыҙ. Балалар баҡсаһында, мәктәптә, район кимәлендә үткәрелгән са­раларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Өлкән улыбыҙ Малик тхэквондо менән шөғөлләнә. Ғаилә менән ҡышын саңғыға баҫабыҙ, йә­йен йылға-күлдәрҙә балыҡтай йөҙөргә яратабыҙ, көҙөн-яҙын велосипедта елдәй елдерәбеҙ,- ти Лиана менән Виталий Аҡбашевтар.
Был ярыштар һәр беребеҙ өсөн үҙ-ара ярҙам, дуҫлыҡ һабағы, халыҡтың берҙәм көсө киләсәктә ныҡлы нигеҙ булһын. Ошондай сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барған, берҙәм, татыу һәм тырыш ғаиләләр күберәк булһын ине.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас