Даирә
+3 °С
Болотло
Спорт
17 Апрель , 06:34

Шахмат уйыны дуҫтарын йыйҙы

Мәктәп-ара уҡыу комбинатында мәктәп комбинатының беренсе директоры Әсхәт Миҙхәт улы Мөхәмәтшин иҫтәлегенә арналған традицион шахмат турниры уҙҙы.

Шахмат уйыны дуҫтарын йыйҙыШахмат уйыны дуҫтарын йыйҙы
Шахмат уйыны дуҫтарын йыйҙы

Мәктәп-ара уҡыу комбинатында мәктәп комбинатының беренсе директоры Әсхәт Миҙхәт улы Мөхәмәтшин иҫтәлегенә арналған традицион шахмат турниры уҙҙы.
1994 йылдың 13 июлендә Мәктәп-­ара уҡыу-производство комбинаты ойош­торола, беренсе Устав раҫлана, белем биреү эшмәкәрлегенә лицензия алына. Комбинаттың беренсе директоры итеп элек 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә авто­мо­биль эше буйынса уҡытыусы булып эш­ләгән Әсхәт Миҙхәт улы Мөхәмәтшин тәғәйенләнә.
Белем биреү үҫешенә ҙур өлөш индергән кешегә хөрмәт күрһәтеү маҡсатында үткәрелгән йолаға ингән бәйгене Мәктәп-ара уҡыу комбинаты директоры Хәсән Ибраҡов асып, шахматсыларға уңыштар теләне. Быйыл да ярышҡа бик күп шахмат һөйөүселәр йыйылды. Турнир йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтә, әммә призлы урындар өсөн көрәш көсөргәнешле барҙы. Шахматсыларҙың барыһы ла интеллектуаль ярышта күңелен һалып уйнаны, әммә финалға иң лайыҡлылар сыҡты. Һөҙөмтәләргә килгәндә, төп турнирҙа 1-се урынға Ҡасим Ҡолшәрипов лайыҡ булды, 2-се урынды Ирек Ҡолшәрипов яуланы, 3-сө урынды Рәис Ҡолшәрипов алды.
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһындағы турнирҙа беренсе урынды Рәис Ҡолшәрипов яуланы, икенсе урынды Фәрит Ғайсин алды, өсөнсө урынға Владимир Матвеев сыҡты.
Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, ми­ҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ярышта ҡатнашыусылар был сараны ойоштороусылар - Мәктәп-ара уҡыу комбинаты директоры, КПРФ-тың Ҡырмыҫҡалы район бүлексәһенең беренсе секретары Хәсән Ибраҡов, район ҡулланыусылар йәмғиәте советы рәйесе Рәүис Хажиев, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район ойошмаһы рәйесе Рөстәм Әминев һәм йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдиновҡа оло рәхмәт һүҙен әйтеп таралышты.
Аҡыл көсө, зирәклек талап иткән сәмле уйын традицияһы йәшәһен һәм үҫешһен, тағы ла күберәк шахмат һө­йөүселәрҙе йәлеп итһен.
Марсель ӘКРӘМОВ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас