Уҙған аҙнала Өфөлә “классик өс төр бәйге” дисциплинаһында пауэрлифтинг буйынса республика чемпионаты һәм беренселеге үтте.
Был ярышҡа төбәктең иң көслө атлеттары йыйылды. Улар араһында Олокүл ауылынан Сабина Ҡадирова ла бар ине. Ул яҡшы физик әҙерлек күрһәтеп, үҙ ауырлыҡ категорияһында 1-се урын яуланы. Әйткәндәй, былтыр ярыштар йомғаҡтары буйынса уға республиканың спорт министрлығы линияһы буйынса беренсе өлкәндәр разряды бирелде.
Сабина Ҡадирова 2022 йылдан тәжрибәле тренер Илнур Бикташев етәкселегендә шөғөлләнә. Яратҡан спорт төрө менән етди һәм даими шөғөлләнеп, ныҡышмалылығы, эшһөйәрлеге арҡаһында республика һәм район кимәлендә үткәрелгән төрлө ярыштарҙа алдынғы урындар яулай.
Сабинаны һәм уның остазын еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ. Киләсәктә яңынан-яңы еңеүҙәр көтөп торһон!
Эльмир МИҺРАНОВ.