Сәмле, ҡыҙыҡлы ярыш Прибельский ауылының “Сахарник” спорт стадионында барҙы. Бында дәрт, яҙғы кәйеф, спорт көрәше атмосфераһы хакимлыҡ итә ине.
Ярыш урындағы мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәренең дәртле йырҙары менән башланып китте. Сараны тантаналы асҡандан һуң, спортсыларҙы мәғариф уҙаманы, спорт ветераны, тренер Фәнил Ҡотлояров сәләмләп, гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотланы һәм бөтә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
- Ветеран спортсылар исеменән матур байрам менән барығыҙҙы ла ҡотлайым. Мин ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт волейбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы менән эшләнем. Төрлө дәрәжәләге ярыштарҙа ҡатнашып, даими рәүештә еңеүсе лә булдыҡ, призлы урындар ҙа яуланыҡ. Спорт беҙҙең тормошобоҙға нығыраҡ үтә бара. Ғөмүмән, волейбол беҙҙә ныҡлы үҫешә, был спортҡа ылығыусылар артҡандан-арта бара. Бөгөнгө көндә спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар бар. Киләсәктә был ярыш тағы ла күләмлерәк була барһын тип теләйем,- тине Фәнил Әнүәр улы.
Судьялар Венер Мөхәмәҙиев, Владимир Ильин һәм баш судья Александр Якунин турнирҙың регламенты менән таныштырҙы һәм уйынды баһаланы.
Ярышта Ҡырмыҫҡалы, Ҡабаҡ, Прибельский ауылдары һәм Ауырғазы районы командалары ҡатнашты. Беренселәрҙән булып майҙанға Ҡырмыҫҡалы менән Ауырғазы районы командаһы сыҡты. Командалар матур уйын күрһәтте. Уйынсылар дәртле, көслө. Спортсылар юғары әҙерлек, берҙәмлек һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтте.
- Беҙ Ауырғазы районының Талбазы ауылынан килдек. Беҙҙә спорттың был төрөн бик яраталар, кесеһенән алып өлкәндәргә тиклем волейбол уйнайҙар. Ярышҡа көслө, еңеүгә лайыҡлы дәғүәселәр килгән. Тәүгеләрҙән булып уйынды башлап ебәреүе ҡыйын булһа ла, үҙебеҙҙе ҡулға алып, оҫталыҡты өҫтәп, яңы сәм менән уйнаныҡ. Ярыштың тәүге уйынында беҙҙең команда еңеүгә өлгәште. Ҡырмыҫҡалы командаһы менән уйында 2/0 иҫәп менән еңеү яуланыҡ. Бөгөнгө уйында алдынғылыҡ беҙҙә булыуына өмөт итәбеҙ,- ти Ауырғазы районы командаһы уйынсыһы Камила Вәлитова.
- Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булдым. Бөгөнгө көндә волейбол буйынса Ҡырмыҫҡалы командаһы составында уйнайым. Аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнәбеҙ. Беҙҙең командала стулент ҡыҙҙар, әсәләр уйнай. Мин үҙем өс бала әсәһемен. Балаларым да спорт менән дуҫтар,- ти Гөлназ Ишморатова.
Һәр уйын көсөргәнешле һәм мауыҡтырғыс булды. Бер кем дә бер-береһенән ҡалышырға теләмәне, бөтә командалар ҙа еңеү өсөн аҙаҡҡаса көрәште.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: Ауырғазы районының Талбазы ауылы командаһы беренсе урын яуланы. Икенсе урында - Прибельский командаһы, Ҡабаҡ ауылы командаһы өсөнсө урынды биләне.
Спорт байрамы уңышлы үтте. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ уйындан ҡәнәғәт булып, сәм-дәрт, яҡшы кәйеф менән таралышты.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.