Йылдан-йыл саңғы байрамы спортсыларҙы һәм һәүәҫкәрҙәрҙе берләштерә бара. Улар араһында оҙаҡ йылдар ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр ҙә, тәүге тапҡыр саңғыға баҫыусылар ҙа, тотош ғаиләһе менән килеүселәр ҙә бар. Саңғы байрамына ҡунаҡтар – махсус хәрби операция ветерандары Игорь Абросимов, Редаль Йәһүҙин, Илнар Зәлилов, Рәмил Мостафин һәм Алексей Плотниковтар килде.
Сараға килеүселәрҙе Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов сәләмләне.
- Саңғы ярыштары иң күп кеше ҡатнашлығындағы спорт төрө. Ярышта ҡатнашҡан саңғысыларҙың барыһына ла афарин! Унда еңеүселәр һәм еңелеүселәр булмай, спортта бµтәһе лә еңә. Һеҙгә еңел старт, уңыштар һәм яҡшы кәйеф теләйем, - тине Айрат Әсҡәт улы.
Ярышты тантаналы асҡандан һуң, спорт һөйөүселәр бер-бер артлы стартҡа баҫты. Турнир бер нисә йәш категорияһы араһында барҙы. Был һәр саңғысыға еңеү яулауға ынтылыш бирҙе. Бәйгенең иң оло ҡатнашыусыһы Николай Калистратовҡа – 75, иң кесеһе Солтан Мөхәмәтйәновҡа ете йәш ине. Әйткәндәй, махсус хәрби операция ветераны Рәмил Мостафин да йәш категорияһы буйынса саңғыға баҫты.
Ярыш бик сәмле барҙы. Бәйгелә йығылыуҙар ҙа булды, әлбиттә, әммә улар шунда уҡ саңғыларына йәнә баҫып, алда барғандарҙы ҡыуып етергә тырышты. Көйәрмәндәрҙең дәртләндереп тороуы спортсыларға көс-ҡеүәт, сәм өҫтәне.
Бәйгенең иң оло ҡатнашыусыһы Ҡырмыҫҡалы ауылынан Николай Калистратов та спорт яҡлы. Әйткәндәй, Николай Михайлович 1 ғинуарҙа 75 йәшлек юбилейын билдәләгән. Бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә уҙғарып, күптән инде хаҡлы ялда булған аҡһаҡал әле лә саңғыла йөрөй, йәштәрҙе айыҡ тормошҡа өндәп, сәләмәт тормошто пропагандалай.
- Бындай ҙур ярыш алдағы кµндәрҙә лә балаларға, йәштәргә саңғы спорты менән тағы ла нығыраҡ шµғµлләнергә маҡсат булып торһон. Спорт менән сыныҡҡан кеше ауырлыҡтарға бирешмәй. Мин үҙем ете йәшемдә саңғыға баҫтым. Бынан тыш, волейбол, баскетбол менән шөғөлләндем. Уҡыу йорттарында һәр ваҡыт нормаларҙы үтәп килдем. Аяҡтар йөрөгәндә саңғыла шыуам әле. Саңғы ярышында йыл да ҡатнашам. Бының өсөн көн дә иртәле-кисле саңғы трассаһында әҙерләнәм. Трасса бик һәйбәт. Саңғыла урман буйлап та саф һауа һулап йөрөйбөҙ. Быйыл, әлбиттә, тын алыуы ҡыйыныраҡ, шулай ҙа бәйгелә ҡатнашырға форсат иттем. Ошондай спорт сараларында ҡатнашыу үҙе ҡыуаныс. Сәләмәтлек өсөн бик яҡшы һәм кәрәкле, - тине Николай Михайлович.
- Һуңғы ун биш йыл дауамында Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы башлығы һәм район башлығы кубогына саңғы ярыштарында ҡатнашам. Призлы урындар алғаным да булды. Бµгµн мин юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығы командаһы исеменән сығыш яһайым. Беҙ уны көтөп алабыҙ. Бынан тыш, үҙебеҙ µсµн ғаилә менән ял көндәрендә саңғы трассаһында йөрөйбөҙ. Юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралыҡтары араһында республика кимәлендәге саңғы ярыштарында йыл һайын ҡатнашабыҙ.
Ҡышҡы һыуыҡ һауа торошо иҫ киткес спорт байрамынан ләззәт алырға ҡамасауламай. Бындай саранан күңел дәрт һәм энергия менән тула, - ти Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төөкләндереү идаралығы хеҙмәткәре Гүзәл Сәғитова.
Сара һуңында ауыл хакимиәте башлығы Айрат Хоҙайҙатов спортҡа битараф булмағандары өсөн спорт һөйөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм саңғысыларҙы ҡотлап, төрлө йәш категориялары буйынса еңеүселәргә аҡсалата премия һәм грамоталар тапшырҙы.
Шулай итеп, төрлө йәш категориялары буйынса еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: 16 йәштән 29 йәшкә тиклемдәр араһында Максим Кириллов 1-се урын яуланы, Камил Хәсәнов 2-се урынды алды. 30 йәштән 39 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында Рданис Яров беренсе булды, Илшат Сәйетов икенсе булып килде, өсөнсөлә - Динис Вәлишин. 40 йәштән 49 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында Владимир Кирилловҡа етеүсе булманы, икенсе урында - Сулпан Салтыков, Феликс Сакаев өсөнсө булып килде. 50 йәштән 59 йәшкә тиклемге ирҙәр араһында 1-се урынды Роберт Ғәйфуллин яуланы, 2-се урынға Радик Зәйнуллин сыҡты, 3-сө урынды Радик Миһранов алды. 60 йәштән өлкәндәр араһында Юрий Кириллов 1-се урынға лайыҡ булды, 2-се урынға - Вячеслав Гаврилов, 3-сө урынға Дамир Шиһапов сыҡты.
16 йәштән 29 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урынды Рената Таһирова яуланы, 2-се урынды Гүзәл Ғөзәйерова алды, 3-сө урынға Карина Иванова сыҡты. 30 йәштән 39 йәшкә тиклемгеләр араһында беренсе урынды Марина Йәғәфәрова алды, Гөлнур Ҡолшәрипова икенсе булып килде, Айзилә Хөсәйенова өсөнсө урынға сыҡты. 40 йәштән 49 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гүзәл Сәғитова 1-се урын яуланы, 2-се урынды Ирина Дмитриева алды, Людмила Иванова 3-сө урында булды. 50 йәштән 59 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гөлфиә Хоҙайғолова беренсе урынды яуланы, икенсе урында – Фирҙәүсә Мостафина, өсөнсө урынды Гөлнара Зарипова алды. 60 йәштән өлкәндәр араһында беренсе урынға Рәйлә Мортазина лайыҡ булды, икенсе урынды Рита Рәхимҡолова алды, Ғәйшә Ҡәйүмова өсөнсө булып килде.
Ҡыҙыу һәм сәмле ярыштың һөҙөмтәләренә килгәндә, хеҙмәт коллективтары араһында район үҙәкләштерелгән дауаханаһы командаһы 1-се урынға сыҡты һәм кубокка эйә булды. “Ростелеком” район элемтә үҙәге командаһы 2-се урынды яуланы, Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы командаһы 3-сө урынға сыҡты.
Бынан тыш, беренсел профсоюз ойошмалары араһында иң әүҙем саңғысылар райондың профсоюз комитеты исеменән Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.
Матур йолаға әүерелгән саңғы ярышынан бар спортсылар ыңғай тәьҫораттар алып, ҡәнәғәтлек менән таралышты. Артабан да спорт менән дуҫ булып, матур саралар үткәреп торорға яҙһын. Иң мөһиме, Еребеҙҙә тыныслыҡ булһын!
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.