Тхэквондо спорт ҡына түгел, ә рухи күнегеүҙәр һәм ҡоралһыҙ үҙ-үҙеңде һаҡлау техникаһы. Тхэквондо башҡа һуғыш стилдәрен берләштергән спорт төрө булып тора.
Римма Баталова исемендәге Башҡортостан Республикаһының Спорт әҙерлеге үҙәгендә, Рәсәй дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған ГТФ тхэквондоһы буйынса XXXV Чемпионат, Башҡортостан Республикаһы Һәм Өфө ҡалаһы Беренселеге үтте.
Бәйге «Ватанды Һаҡлаусы» төбәк партия проекты һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сиктәрендә ойошторолдо.
Тхэквондо буйынса ярышта Өфө, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Яңауыл, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, Илеш, Шишмә, Шаран, Ейәнсура һәм Иглин район-ҡалаларынан 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Унда Ҡырмыҫҡалы ауылының Радик Сөләймәнов етәкселегендәге спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләре менән ҡыуандырҙы.
Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының һәм Өфө ҡалаһының XXXV Чемпионаты һәм Беренселеге йомғаҡтары буйынса дөйөм команда зачетында Өфө ҡалаһының Октябрь районы командаһы 1-се урынды яуланы, 2-се урында Нефтекама ҡалаһы спортсылары, 3-сө урынға Ҡырмыҫҡалы районы командаһы лайыҡ булды.
Марсель ӘКРӘМОВ.