Даирә
+6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Ноябрь 2025, 14:56

Мауыҡтырғыс шашка уйыны

Стәрлетамаҡта Башҡортостан Республикаһы инвалидтарының 34-се Спартакиадаһы сиктәрендә шашка буйынса республика ярыштары тамамланды.

Мауыҡтырғыс шашка уйыны
Мауыҡтырғыс шашка уйыны

Стәрлетамаҡта Башҡортостан Республикаһы инвалидтарының 34-се Спартакиадаһы сиктәрендә шашка буйынса республика ярыштары тамамланды. Был ярыштарҙы йыл һайын Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы үткәрә.Бында республиканың ҡала һәм райондарынан 23 команда составында 100-гә яҡын спортсы осрашты. Ҡырмыҫҡалы инвалидтар йәмғиәте командаһы составында Наилә Ғәләүетдинова, Тимур Әхмәтйәнов, Илгиз Насиров ярышта әүҙем ҡатнашып, лайыҡлы уйын күрһәтте.
Район командаһының бындай сараларҙа ҡатнашыуы уның ағзаларының физик үҫешенә һәм һаулығын нығытыуға булышлыҡ итеүҙән тыш, Башҡортостандың төрлө райондары һәм ҡалалары араһында спорт бәйләнештәрен нығытыуҙа ла мөһим роль уйнай.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас