Велоуҙышта Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Беларусь Республикаһының иң көслө спортсы-велосипедсылары ҡатнашты. «Рәсәй Туры» халыҡ-ара велоуҙыш 12 июлдә Удмуртияла старт алды. “Рәсәй туры” маршрутының дөйөм оҙонлоғо 917 саҡрым тәшкил итте. Уҙған йомала спортсылар беҙҙең районға килде. Уларҙы район халҡы ихлас ҡаршы алды. “Рәсәй туры-2025” ярыштарында ҡатнашыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева сәләмләне. - Хөрмәтле спортсылар, ҡунаҡтар. Беҙ һеҙҙе Ҡырмыҫҡалы ерендә, легендар комдив, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған илендә ҡаршы алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Донъялағы тотороҡһоҙ сәйәси шарттарға ҡарамаҫтан, илебеҙҙә ошондай ҙур масштаблы халыҡ-ара ярыштар үткәреүгә өлгәшәбеҙ. Иң мөһиме, илебеҙҙә тыныслыҡ булһын. Спортсыларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ, - тине Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы. Спортсылар Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондары буйлап: Боҙаяҙ - Келәш - Боҙаяҙ маршруты буйынса төркөм ярышында урап үтте. Ярыштарҙың старты һәм финишы Боҙаяҙ ауылында булды. Командалар спортсылары 111 саҡрым арауыҡты үтте. Көн эҫе торһа ла, велосипедсылар һынатманы, барлыҡ көсөн һалды. Бөтә спортсылар ҙа дистанцияны уртаса 2,5 сәғәттә уңышлы үтте. Санкт-Петербург ҡалаһынан Михаил Пастернак еңеү яулаһа, Төмән өлкәһенән килгән спортсы Максим Мишанков 2-се урынды яуланы. Беларусь Республикаһының Минск ҡалаһынан килгән велосипедсы Евгений Королев өсөнсө булып килде. - Мин үҙем Тольятти ҡалаһынан. Бөйөк Луки дәүләт физик культура һәм спорт академияһында тренерлыҡҡа уҡыйым. Велоспорт менән ун ике йыл шөғөлләнәм. Спорт байрамында беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайым. Көрәшәбеҙ, эшләйбеҙ, тотороҡло барабыҙ, лидерлыҡ футболкаларыбыҙ ҙа бар, барыһы ла яҡшы. Велоуҙыш миңә бик оҡшай. Иң мөһиме велосипед һәм ҡатнашыу теләге генә кәрәк, - тип уртаҡлашты “Мангазея – Мәскәү спорты” велосипедсыһы Динис Савельев. Ярыштың һуңғы этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Өфөлә үтте. Бынан тыш, Боҙаяҙ ауылында республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән балалар командалары араһында велосипед ярышы уҙҙы. Тәүҙә 10-14 йәшкә тиклемге балалар ярышты. Улар 20 саҡрым ара уҙҙылар. Һуңынан Боҙаяҙ ауылының төрлө йәштәге малай-ҡыҙҙары бер саҡрым арауыҡты ике тәгәрмәсле еңел транспортта елдерҙе. Балаларҙа велосипед спортын популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау төп маҡсат булып торҙо. Ярыш бик күңелле һәм ҡыҙыу барҙы. Балалар кемуҙарҙан бар көсөн туплап алдынғы булырға ихлас тырышты. Көйәрмәндәр бәйгене көслө алҡыштарға күмеп, ҡатнашыусыларға көс-дәрт өҫтәне. - Беҙ Ишембай ҡалаһынан килдек. Беҙҙең командала һигеҙ кеше ҡатнаша. Күптән түгел Келәш ауылында, уҙған айҙа Октябрьский ҡалаһында булдыҡ. Ишембай һәм Мәләүез ҡалаларында үткән ярыштарҙа ҡатнаштыҡ. Велоспорт менән бәләкәйҙән шөғөлләнәбеҙ. Был спорт төрө бик оҡшай. Бындай спорт ярышында ҡатнашыу – үҙе еңеү, - тине Камалия Ғәлиәскәрова менән Анастасия Осипенко.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА. Автор фотолары.