Даирә
+6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Ноябрь 2025, 16:21

Хәрәкәттә - бәрәкәт

Районда “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын үтәүселәргә алтын, көмөш, бронза миҙалдар тапшырыу дауам итә.

Хәрәкәттә - бәрәкәт
Хәрәкәттә - бәрәкәт

Районда “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын үтәүселәргә алтын, көмөш, бронза миҙалдар тапшырыу дауам итә.
Уҙған аҙнала Ҡырмыҫҡалы ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында хеҙмәт коллективтары ГТО фестивалендә ҡатнашты. Ярыштарҙың маҡсаты көслөләрҙе асыҡлау ғына түгел, ә команда рухын нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу булды.
Сараны район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов асты һәм спорт менән дуҫ булыуҙарын, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” нормативтарын уңышлы тапшырыуҙарын теләне. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа һынауҙарҙы уңышлы үтте. Ҡайһы берәүҙәр нормативтарҙы алтын билдәгә үтәне.
Хеҙмәт коллективтарының иң әүҙем хеҙмәткәрҙәре яҡшы физик формала булыуҙарын күрһәтте. Улар турникта күтәрелде, оҙонлоҡҡа һикерҙе, гер күтәрҙе, кәүҙәне иҙәндән күтәрҙе, пневматик винтовканан атты һәм башҡа күнекмәләр яһаны. Фестивалдә ҡатнашыусылар бер-береһен хуплап ҡына ҡалманы, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн бар көсөн алды.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Ҡырмыҫҡалы гимназияһы командаһы еңеү яуланы. Икенсе урынды район хакимиәте командаһы алды, ә өсөнсө урынға үҙәк район дауаханаһы коллективы сыҡты.
Сәләмәт тормош яҡлы ҡырмыҫҡалылар йылдан-йыл был нормаларҙы тапшырырға ҙур теләк белдерә һәм әүҙемлек күрһәтә. Был көндө һәр кем һаулыҡ, яҡшы кәйеф алып таралышты.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас