Даирә
+6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Ноябрь 2025, 12:15

Килегеҙ, шөғөлләнегеҙ

Иҫке Муса ауылында заманса спорт майҙансығы асылды.

Килегеҙ, шөғөлләнегеҙ
Килегеҙ, шөғөлләнегеҙ

Иҫке Муса ауылында заманса спорт майҙансығы асылды. Спорт һөйөүселәр, ауыл балалары спортҡа ылығып үҫһен, уңайлы шарттарҙа шөғөлләнһен тигән маҡсатта төҙөлгән.
Яңы объектты асыу тантанаһына Иҫке Муса ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова, ауылдың төрлө йәштәге спорт һөйөүселәре йыйылды.
- Хәҙер спортсыларҙың һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәрҙең күнекмәләре өсөн тағы ла күберәк мөмкинлек бар. Килегеҙ, шөғөлләнегеҙ, - тине ауыл биләмәһе башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова һәм ауыл халҡын спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы.
Яңы майҙансыҡ “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә төҙөлдө. Был спорт объектының төп ыңғай яҡтарының береһе – һәр кем шөғөлләнә алырлыҡ һәм күп функциялы булыуы. Бында заманса урам тренажерҙары, воркаут менән шөғөлләнеүселәр өсөн тренажерҙар, көйәрмәндәр өсөн трибуна ҡуйылған, спортсылар өсөн сисенеү бүлмәһе лә урынлаштырылған.
Тантаналы асыуҙан һуң балалар һәм өлкәндәр майҙансыҡтың мөмкинлектәрен һынап ҡараны, улар уның бик уңайлы, хәүефһеҙ булыуын билдәләне. Спорт тренеры Заһит Әмиров тренажерҙарҙа нисек дөрөҫ шөғөлләнеү кәрәклеген күрһәтте. Кеше ғүмерендә физкультура һәм спорт бик әһәмиәтле урын биләй һәм сәләмәтлек сығанағы булып тора, тине үҙ сығышында юғары категориялы табип Галина Горбунова.
Яңы спорт майҙансығы төрлө йәштәге сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлыларҙың яратҡан ял итеү урыны булыр, тип ышанабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

 

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас