Даирә
+6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Сентябрь 2025, 14:20

Балалар спорттан айырылмаһын

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә “Балаңды спортҡа алып кил!” акцияһы үтте.

Балалар спорттан айырылмаһын
Балалар спорттан айырылмаһын

Уҙған аҙнала Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә “Балаңды спортҡа алып кил!” акцияһы үтте.
Бындай акция, хәҙер инде йолаға әүерелеп, йыл һайын сентябрҙең беренсе көндәрендә уҙа. Бөгөн дә райондың Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе барлыҡ спорт һөйөүселәрҙе йыйҙы. Район үҙәгенән тыш, бындай саралар Ҡабаҡ һәм Прибельский ауылдарында ла үткәрелде.
Акцияға ҡырмыҫҡалылар әүҙем ҡушылды. Уның сиктәрендә төрлө спорт йүнәлешендәге түңәрәктәр тураһында белешмә алырға мөмкин ине. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендәге спорт секцияларына ҡабул итеү барышында тренерҙар һорауҙарға яуап биреп, бала өсөн кәрәк булған спорт төрөн һайларға һәм секцияға йүнәлтмә алырға ярҙам итте.
- Йылдан-йыл районда спорттың төрлө төрҙәре менән ҡыҙыҡһынған кешеләр арта бара. Киләсәктә республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа яңы исемдәр ишетербеҙ тип ышанабыҙ. Балаларҙың көсөн, дәртен дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтеп, спортҡа һөйөү тәрбиәләү - ололарҙың бурысы. Спорт менән шөғөлләнеү бик тә әһәмиәтле. Көс, етеҙлек, сыҙамлылыҡ, командала эшләү тәж­рибәһе уларға ҙурайғас маҡсаттарына өлгәшергә ярҙам итәсәк.
Районда спортты үҫтереүгә, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе төрлө спорт төрҙәренә йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Спорт майҙансыҡтарын арттырыу буйынса мәсьәлә хәл ителә. Йыл әйләнәһенә төрлө саралар ойошторола. Ҡырмыҫҡалы спортсылары йыл һайын район, респуб­лика һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Беҙ ойошторған спорт сараларының маҡсаты һөҙөмтәләргә ирешеү генә түгел, ә сәләмәтлек, сәләмәт йәшәү рәүешен киң таратыу, һаулыҡты нығытыу,- ти Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Эльмир Миһранов.
Бында спорттың егерме төрө буйынса секциялар эшләй. Ағымдағы йылда ла өҫтәл теннисы, ҡул көрәше, волейбол, футбол, шахмат кеүек түңәрәктәргә балалар ҙур теләк менән яҙылды.
2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең 6-сы “а” класы уҡыусылары ла бөгөнгө сараға әүҙем ҡушылып, үҙҙәре теләгән түңәрәккә яҙылды.
- Спортты бәләкәйҙән яратам. Мин быға тиклем ҡул көрәше һәм футбол секцияларында шөғөлләндем. Бөгөнгө сараға дуҫтарым менән килдем. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер класта уҡыйбыҙ. Әле мин волейбол түңәрәгенә яҙылдым, - ти Эмиль Сабитов.
- Мин бер нисә йыл тхэквондо менән шөғөлләндем. Бөгөн класташтар менән бергәләп волейбол түңәрәгенә яҙылдым,- ти Арслан Бәхтигәрәев.
- Бик кәрәкле сара, ойоштороусыларға рәхмәт, күп мәғлүмәт алдыҡ. Физкультура менән спорт бик әһәмиәтле урын биләй һәм сәләмәтлек сығанағы булып тора. Бөгөнгө сараға ейәнем Максим менән килдек. Ул бокс һәм футбол түңәрәктәренә яҙылырға теләк белдерҙе, сөнки дуҫтары менән уйнарға, туп тибергә, йүгерергә, һикерергә ярата, бокс спорт төрөн дә үҙ итә. Ейәнем быйыл беренсе класҡа 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенә уҡырға барҙы. Беренсе сменала булғас, уҡыуҙарҙан һуң ваҡыт етерлек. Беҙгә ете йәш тулды, һәм беҙ көслө һәм батыр булыр өсөн спорт менән шөғөлләнергә булдыҡ. Энергияны ҡайҙалыр ҡулланырға кәрәк бит,- тип йылмая Галина Волкова.
- Ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларыбыҙҙың спорт менән шөғөлләнеүен бик хуплайбыҙ. Гимназияның 5-се класында уҡыған улыбыҙ Роман бәләкәй кластарҙа ҡул көрәше һәм өҫтәл теннисы менән шөғөлләнде. Артабан “Тиктормаҫ” балалар медиастудияһында йәш хәбәрсе булды. Әле тағы ла спортҡа килергә ҡарар итеп, өҫтәл теннисы түңәрәгенә яҙылды. Ҡыҙыбыҙ Дарья тхэквондо менән шөғөлләнә. Ул да өҫтәл теннисы менән ҡыҙыҡһына. Спорт йәш кешене сыныҡтыра, тәрбиәләй һәм физкультура менән дуҫ йәшәргә өндәй, - ти әсәләре Людмила Чебаева.
Бөгөнгө сара яҡшы кимәлдә үтте, бик күп балалар һәм ата-әсәләр килде. Күптәр бер үк ваҡытта бер нисә йүнәлеш буйынса түңәрәктәргә яҙылды. “Балаңды спортҡа алып кил!” акцияһы сиктәрендә спортсылар исемлеге тағы ла бихисап яңы исемдәр менән тулыланды. Киләсәктә улар районыбыҙҙың спорт данын тағы ла күтәрер һәм уның тарихына үҙ исемдәрен индерер, тип ышанабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас