Сара халыҡты сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу маҡсатында ойошторолдо. Был көндө ярыш үткәрелгән ялан гөрләп торҙо. Кешеләрҙең йөҙҙәренә ҡарап уларҙа байрам кәйефе икәне күренде. Һауа торошо - сағыу яҡтыртҡан ҡояш, йылы көн булышлыҡ итте, тиһәң дә була. Ысын мәғәнәһендә спорт байрамы ине!
Саңғы ярыштарын иғлан итеү алдынан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Эльмир Миһранов һөҙөмтәләргә ирешкән Розалия Рәхмәтуллинаға, Дамир Шиһаповҡа, Ралина Таһироваға, Нур Нурғәлиевҡа, Айназ Хәмитовҡа, Алексей Брюхановҡа ГТО билдәләрен тапшырҙы.
Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов йыйылыусыларҙы сәләмләп, был саңғы ярыштары райондың спорт тормошонда мөһим булыуын әйтте һәм спортсыларға уңыштар теләне.
Ярышты тантаналы асыуҙан һуң, спорт һөйөүселәр бер-бер артлы стартҡа баҫты. Төрлө йәштәге ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында йәше лә, олоһо ла булды. Ярыштар ҡыҙыу барҙы. Саңғысыларҙың сәмләнеп алға барыуҙарына, финиш һыҙығына тәүге килеүселәрҙең ҡыуаныуҙарына шаһит булырға тура килде.
Был көндө һәр кем саф һауа һулап, сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн килгәйне. Шулай ҙа ярыш булғас, әлбиттә, еңеүселәр ҙә була. Бына улар! 60 йәш һәм өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рита Рәхимҡоловаға етеүсе булманы, ә икенсе урынды Миңзәлә Язғарова яуланы. Ошо уҡ категорияла ирҙәрҙән тәүге урынды Юрий Кириллов, икенсене - Вячеслав Гаврилов, өсөнсө урынды Дамир Шиһапов алды.
50-59 йәшлектәр араһында беренсе урынға Гөлфиә Хоҙайғолова сыҡһа, Фирҙәүсә Мостафина - икенсе, Нина Кобякова өсөнсө урында булды. Был категорияла ирҙәрҙән Роберт Ғәйфуллин беренселекте бирмәһә, Радик Зәйнуллин - икенсе, Радик Миһранов өсөнсө булды.
40-49 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе булып финишҡа Гүзәл Сәғитова килһә, икенсе - Луиза Абдуллина, Әлиә Ғәйнуллина өсөнсө булды. Ошо уҡ категорияла ир-егеттәрҙән беренсене Рәсүл Фәттәхов, икенсене Сулпан Сатлыков, өсөнсөнө Рәмил Хисаметдинов алды.
30-39 йәшлектәрҙән беренсене Марина Йәғәфәрова, икенсене Регина Халиҡова, өсөнсөнө Айзилә Хөсәйенова яулаһа, ир-егеттәрҙән беренсене Рданис Яров, икенсене Петр Кириллов, өсөнсө урынды Владимир Кириллов алды.
16-29 йәшлектәр араһында беренсегә Ралина Таһирова лайыҡ булһа, икенсене Карина Иванова, өсөнсөнө Лилиә Ғәбитова алды. Ошо уҡ категориялағы ир-егеттәр араһында Эльмир Миһранов ал бирмәһә, икенсене Максим Кириллов һәм өсөнсө урынды Арслан Фәритов бүлеште.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса командалар араһында Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы хакимиәте башлығы кубогын Ростелеком командаһы яуланы!
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.