- Гөлназ Ғәбдрәүф ҡыҙы, эшегеҙ менән таныштырып китһәгеҙсе.
- Тренер булып 2015 йылдан алып эшләйем. Ҡырмыҫҡалыла иһә күнекмәләрҙе 2020 йылдан алып бара башлаһам да, был ваҡытта сикләүҙәр булды. Шуға күрә zoom аша онлайн эшләнем.
- Нисек тренер булып киттегеҙ?
- Мин бала саҡтан гимнастика менән шөғөлләндем. Күнекмәләр барышында һәр спортсыға шәхси ҡараш, өйрәтеү методикаһының мөһим икәнлеген аңланым. Күнекмәләр ваҡытында үҙемдән кесерәк спортсыларға ярҙам иткеләнем. Үҙем практика алыу ғына түгел, белгәндәремде бүтәндәргә лә һөҙөмтәләргә ирешһендәр өсөн өйрәткем килде. Был миңә ҙур ҡәнәғәтлек килтерҙе. Ваҡыт үтеү менән үҙем тәүҙә шәхси занятиелар үткәрҙем, аҙаҡ төркөмдәр менән шөғөлләндем. Шулай яйлап тренер булып киттем. Хәҙер тренерлыҡ эшмәкәрлегем тәжрибә, методиканы аңлау һәм һәр уҡыусы занятиеларҙы эшләй алырлыҡ һәм файҙалы итеүҙе берләштерә.
- Эшегеҙҙә иң мөһиме?
- Түҙемлек, спортсыны аңлау һәм үҫтереү, талап итеү менән ярҙам итеү араһында тигеҙлек табыу.
- Ни өсөн был һөнәрҙе һайланығыҙ?
- Мәктәптән һуң Г.В.Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетын тамамланым. Артабан инде күңелем ҡушыуы буйынса нәфис гимнастика буйынса махсус белем үҙләштерҙем. Тренер булып киттем, сөнки гимнастика тормошомдоң мөһим өлөшө булды. Мин бит ете йәштән гимнастика менән шөғөлләндем. Артабан алда әйткәнемсә, үҙем белгәндәрҙе, башҡаларға ла өйрәткем килде.
- Һеҙ эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?
- Эйе, тәрбиәләнеүселәрем күп. Төркөмдәрем яҡшы гимнастика мәктәбе булып формалашты.
- Ниндәй ҡатмарлыҡтар бар?
- Һәр кемдең физик һәләте, әҙерлек кимәле, мотивацияһы һәм тиҙлеге төрлөсә. Бер балаға ҡаты булыу һәм дисциплина кәрәк булһа, икенсегә - ярҙам итеү һәм йомшаҡ етәкселек итеү. Ошоларҙы үтәп эш итергә тура килә.
- Һөнәрегеҙҙә иң ҡыҙығы?
- Иң ҡыҙығы – уҡыусыларымдың ҡурҡыуҙарын һәм сикләүҙәрен еңеп сығып, үҫеүен һәм үҫешен күреү. Һәр күнекмә процесы – ул үҙенсәлекле сәйәхәт. Спортсыларҙы күҙәтеү мине илһамландыра, дәртләндерә.
- Райондағы ҡаҙаныштарығыҙ?
- Беҙҙең балаларҙың спорт күрһәткестәрендә 1, 2, 3-сө спорт разрядтары бар. Яңы йыл алдынан ғына Аделя Зөбәйҙуллина спорт мастерлығына кандидат булды. Шулай уҡ республика һәм Бөтә Рәсәй турнирҙарында еңеүҙәр яулана.
- Һеҙҙең бала саҡ хыялығыҙ тормошҡа аштымы?
- Хыялдарҙың төрлөһө бар. Ҡайһыһылыр тормошҡа ашты, ҡайһыһылыр юҡ...
- Һөнәрегеҙҙең мөһимлеге?
- Гимнастика буйынса тренер булыу бик мөһим. Сөнки ул уҡыусыларҙың физик һәләттәрен үҫтерергә генә ярҙам итеп ҡалмай, холоҡто, дисциплинаны һәм үҙҙәренә ышанысты ла формалаштыра. Спорт беҙҙе башҡаларҙан яҡшыраҡ итмәй, ул беҙҙе кисәге булғандан күпкә шәберәк итә. Художестволы гимнастикаға килгәндә, ул – иң тәү сиратта ныҡлы мускулдар, кәүҙәне дөрөҫ тотоу, сабырлыҡ. Икенсенән – алдыңа ҡуйған уй-маҡсаттарыңа өлгәшеү. Бынан тыш, спорт холҡо барлыҡҡа килә, тағы төрлө ауырлыҡтарға һынмаҫҡа өйрәтә.
- Тәрбиәләнеүселәрегеҙгә ниндәй ҡиммәттәр тәрбиәләйһегеҙ?
- Уңыш шунда уҡ килмәүен, ә үҙең өҫтөндә даими шөғөлләнеү арҡаһында булыуы тураһында әйтәм. Әгәр ҙә беренсе тапҡырҙан нимәлер килеп сыҡмаһа, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, ә ҡабат-ҡабат үҙеңде һынап ҡарарға кәрәк.
Даими күнекмәләр, уларҙы үтәү һәм дөрөҫ көн режимы – былар барыһы эшкә яуаплы ҡарашты формалаштыра. Гимнастикала дисциплинанан башҡа һөҙөмтәләргә ирешеп булмай. Мин спортсыларҙы үҙҙәрен, эштәрен һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрен – тренерҙы, ата-әсәләрҙе, командалағы иптәштәрен ихтирам итергә өйрәтәм. Башҡалар менән үҙҙәрен сағыштырмаҫҡа, ә спортсының үҙенә яҡшы һөҙөмтәгә ирешеүенә ынтылыу мөһим.
- Спорттан башҡа тағы нимәләр менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ? Буш ваҡытығыҙҙы нисек уҙғараһығыҙ?
- Буш ваҡытым – ул ғаиләм менән бергә булыу, спортзал, сәйәхәттәр һәм сноуборд.
- Еңеүҙе һәм еңелеүҙе нисек кисерергә?
- Еңһәң дә, еңелһәң дә, быларҙың икеһен дә биш минут ҡына иҫтә тоторға. Пьедесталдан төшһәң, ниндәй мөһимлегең булыуын тағы ла иҫбат итергә кәрәк.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Фәниә Сәлимгәрәева әңгәмәләште.