Даирә
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ноябрь 2024, 11:07

Рәхәтләнеп шөғөлләнделәр

Ҡырмыҫҡалыла өс хеҙмәт коллективы ҡатнашҡан “Әсәй булдыра ала” тигән иҫ киткес сараға шаһит булырға тура килде.

Рәхәтләнеп шөғөлләнделәр
Рәхәтләнеп шөғөлләнделәр

Спорт кейемендәге хеҙмәткәрҙәр эш араһында бер аҙ тәндәрен яҙҙырыу өсөн Zumba фитнеста ҡатнашты. Мәшғүллек үҙәге ойоштороуындағы оҫталыҡ дәресен Ҡабаҡ ауылынан Zumba йүнәлешендә фитнес-инструктор Эльвира Мәһәҙиева үткәрҙе. Әйткәндәй, уҙған йыл ул ошо йүнәлештә эш асҡан икән.
Төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар Эльвира Рәжәп ҡыҙы етәкселегендә рәхәтләнеп бейеп күңел асты. Әйткәндәй, Эльвира Рәжәп ҡыҙы дүртенсе балаға йөклө. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, уның әүҙемлегенә, хәрәкәттәренә ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ ине!
Мөләйем, ихлас, бөтә ҡиәфәтенән нур, энергия бөркөлөп торған фитнес-инструктор менән яҡындан таныштыҡ.
- Ҡабаҡ ауылында тыуып үҫтем. Шул тиклем ауылымды, районымды яратам. Мәктәптә яҡшы уҡыным, спорт менән дуҫ булдым. Әлеге көнгә тиклем еңел атлетика менән шөғөлләнәм, йүгерәм. Кешеләргә ярҙам итеү, изгелек ҡылыу оҡшай. Шуға ла 9-сы кластан һуң медицина колледжына шәфҡәт туташы булыу өсөн уҡырға индем. Унда шулай уҡ медицина массажы һөнәрен дә алып сыҡтым. Был уҡыу йортон тамамлау менән ата-әсә­йемдең теләге буйынса БДУ-ның юри­дик факультетына уҡырға индем. Уны ла бер башлағас уҡып бөттөм. Тик алған һөнәрҙәрем буйынса (массаждан тыш) эшләмәнем. Кешеләргә ярҙам итеү өсөн күңел ҡушыуым буйынса башҡа юлды һайларға тура килде. Әлеге көндә бер нисә ауылда ҡатын-ҡыҙҙар менән шөғөлләнәм. Зумба (Zumba) – ул популяр латин-америка ритмдары нигеҙендәге бейеү фитнес-программа. Был ялҡынлы, ҡырҡыу хәрәкәтле фитнес программа сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһап, йыйнаҡ физик форма булдырырға ярҙам итә. Фитнес – физик күнегеүҙәр генә булһа, зумбала рәхәтләнеп музыкаға бейеп күңел асырға ла була. Миндә 18 йәшлектәрҙән алып оло йәшкә тиклемгеләр яратып шөғөлләнәләр. Минең ҡул аҫтындағы төркөмдә 76 йәшлек ҡатындар ҙа бар! Улар йәштәрҙән ҡалышмайынса матур итеп хәрәкәт итә.
Был көндө эш көнөндә буш ваҡыт табып, ҡыҫҡа ғына ваҡытлы оҫталыҡ дәресенән күпме энергия заряды һәм ыңғай эмоциялар алды ҡатнашыусылар.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.

Рәхәтләнеп шөғөлләнделәр
Рәхәтләнеп шөғөлләнделәр
Автор:
Читайте нас: