Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Сентябрь , 11:04

Шахмат – зирәктәр уйыны

Аҡыл көсө, зирәклек талап иткән боронғо уйындарҙың береһе булған шахмат әлеге көнгә тиклем үҙенең популярлығын юғалтмай. Районда уҙғарылған шах­мат ярыштарының еңеүселәре араһында йыш ҡына Ҡабаҡ лицейы уҡыусыларының һәм шулай уҡ уҡытыусыларының исемдәре яңғырай. Шуға күрә беҙ был спорт төрөн үҫтереүсе менән яҡыныраҡ танышыр өсөн Ҡабаҡҡа юлландыҡ.

Шахмат – зирәктәр уйыны
Шахмат – зирәктәр уйыны

Шахмат – зирәктәр уйыны

Аҡыл көсө, зирәклек талап иткән боронғо уйындарҙың береһе булған шахмат әлеге көнгә тиклем үҙенең популярлығын юғалтмай. Районда уҙғарылған шах­мат ярыштарының еңеүселәре араһында йыш ҡына Ҡабаҡ лицейы уҡыусыларының һәм шулай уҡ уҡытыусыларының исемдәре яңғырай. Шуға күрә беҙ был спорт төрөн үҫтереүсе менән яҡыныраҡ танышыр өсөн Ҡабаҡҡа юлландыҡ.

Ҡабаҡ лицейының башланғыс кластарында физкультура дәре­стәренән белем биреүсе Фәрит Ғай­синдың шахмат түңәрәге алып бары­уына дүртенсе йыл. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның уҡыусылары рай­он кимәлендә уҙғарылған шахмат ярыштарында тәүге урындарҙы биләр­гә лә өлгөргән.

Фәрит Хәлит улының уҡытыусы, тренер булып китеү тарихы үҙенсәле­кле генә. Учалы районының Мулдаш ауылында тыуып үҫкән егет мәктәпте тамамлағас, ауыл хужалығы технику­мында белем ала. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ул юғары белем алыу ниәте менән Өфө дәүләт медицина универ­ситетына уҡырға инә. Әммә бында уҡырға берҙә генә күңеле тартмауын һиҙеп, уҡыуын ташларға мәжбүр була. Һүрәт төшөрөргә яратҡас, рәс­сам-биҙәүсе булып эш башлай. Фәрит Ғайсин – шулай уҡ хыялға бирелеүсән, йәғни романтик кеше лә икән. Бер за­ман күңеле диңгеҙгә тарта башлай. Күп тә уйлап тормай, ул Владивосток диңгеҙ училищеһына уҡырға инә һәм киләсәктә моряк булыу хыялы менән яна. Училищены яҡшы билдәләренә тамамлап, һөнәре буйынса эшкә урын­лаша, кораблдә спорт инструкторы ва­зифаһын да башҡара, портта туҡтаған саҡта төрлө ярыштар ойошторорға ла өлгөрә. Бында ике йыл эшләгәс, һағы­нып, кире тыуған яҡтарына ҡайта. Бер туған ағаһының кәңәше буйынса Уча­лы районындағы Һәйтәк һигеҙ йыл­лыҡ мәктәбендә физкультура, хеҙмәт, рәсем дәрестәрен уҡыта башлай һәм бала саҡтан спорт яратҡан егет Силәбе педагогия институтының физик тәр­биә факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Шул ваҡыттан алып ул бына 37 йыл инде мәктәптә физик культура дәрестәренән белем бирә.

- Дәрестәрҙән тыш балалар менән йүгереү, саңғы, футбол спорттары менән өҫтәмә шөғөлләндем. Тәүҙә Һәйтәк, һуңыраҡ Һөйөндөк һигеҙ йыл­лыҡ мәктәптәрен спорт буйынса дөй­өм спартакиадала призлы урындарға сығарыуымды иң ҙур ҡаҙанышым, тип иҫәпләйем. Балалар ихлас шөғөллән­деләр, ярыштарға ла ҙур теләк менән йөрөнөләр. Заманында районды гөр­ләттек кенә, - тип һөйләй ул үҙенең яратҡан эшенең тәүге һөҙөмтәләре хаҡында.

Оптимизация елдәре Фәрит Хәлит улын артабан Учалының 3-сө мәктә­бенә алып килә. Унда ла физкультура һәм спорт үҫешенә бар тырышлығын һала, шахмат түңәрәге алып бара, уҡыусылар менән бергә оло ҡаҙа­ныштарға өлгәшәләр.

2021 йылда Ғайсиндар ғаиләһе районыбыҙҙың Һалйығот ауылы­на күсеп килә. Ул Ҡабаҡ мәктәбен­дә башланғыс кластарҙа физкультура дәрестәрен алып бара, шулай уҡ шах­мат түңәрәген йәйелдереп ебәрә.

- Балалар шахмат уйнарға яра­та, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән шөғөл­ләнәләр. Ҡайһы ваҡыт үҙебеҙгә бүленгән ике бүлмәлә, хатта, баҫып торорға ла урын булмай китә. Әлбит­тә, шахмат серҙәре барыһына ла тигеҙ бирелмәй. Ҡайһы балалар тиҙ генә уйын серҙәренә төшөнә, кемдәргәлер оҙағыраҡ аңлатырға тура килә. Иң зирәктәре ярыштарға әҙерләнер өсөн өҫтәмә дәрестәргә йөрөй. Шулай ҙа була: ҡайһы саҡ һис уйламаған уҡыу­сы еңеү яулап ҡуя, ә бында көслө уй­наған бала ярышта ҡаушап ҡала. Район күләмендә тәүге урынға сығыуыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнаһаң, үҫеш һүлпән буласаҡ, шуға күрә республика кимәлендәге ярыштарға ла сығырға тырышабыҙ. Өфөлә шахмат хәрәкәте көслө эшләй. Беҙ ҙә шул кимәлгә етергә ынтылабыҙ. Ҡыҙғанысҡа, Өфөләге ярыштарҙың күбеһе түләүле. Шулай булыуға ҡара­маҫтан, ата-әсәләр барыһын да аңлап ҡабул итә, һәр яҡтан оло ярҙам күрһә­тергә әҙер торалар. Бының өсөн уларға рәхмәтлемен, - ти тренер.

Фәрит Хәлит улы шәхсән үҙе саңғы, йүгереү һәм йөҙөү менән даими шөғөл­ләнә. Йөҙөү буйынса күп ярыштарҙа ҡатнаша, уҡытыусылар араһында саңғы ярыштарында беренселекте яулай. Силәбе, Өфө, Магнитогорск, Омск, Миәс, Верхнеурал ҡалаларында ойошторолған һигеҙ рәсми марафон­дарҙа 10, 21, 42 километрға йүгерә. 2002 йылда Учалы ҡалаһында үткән йүгереү буйынса ярышта беренсе урын алып, “Ока” машинаһы менән бүләкләнеүен иң оло ҡаҙанышы тип иҫәпләй ул.

- Көн дә иртәле-кисле йүгерәм. Йү­гермәйенсә йәшәй алмайым.

Тыуған ауылымда өс класты тамам­лағас, күрше ауылға йәйәүләп йөрөп уҡыныҡ. Йылы көндәрҙә ун километр араны велосипедта үтә инек. Таҫыл­лыҡ, сыҙамлыҡ шунан ҡалғандыр, тип уйлайым. Бала саҡтан спортты ярат­тым. Интернатта йәшәгән саҡта, тәр­биәсем: “Һинең спортҡа маһирлығың бар, әйҙә, һин спорт инструкторы бул”, - тине. Шулай итеп мин бәләкәй класс уҡыусыларына иртәнге заряд­ка эшләтә торғайным, дәрестән һуң ярыштар ойошторҙом, - тип хәтерләй Фәрит Ғайсин үҙенең мәктәп йылда­рын.

“Шахмат уйнарға ҡайҙан өйрәнде­геҙ?” - тигән һорауыма:

- 1-се класҡа барғанда шахмат уй­най инем инде. Класта береһе лә уйнай белмәгәнгә, миңә ғәжәпләнеп ҡарай­ҙар ине. Өйөбөҙҙә һәр ваҡыт шахмат булды. Ағайҙарым менән үҙебеҙ уй­нарға өйрәндек. Атайым шашкала көслө уйнай торғайны.

Ҡабаҡ мәктәбендә физика фә­ненән уҡытыусы, шулай уҡ спорт яратыусы ҡатыны Юлиә Ғәли ҡыҙы менән ике бала үҫтерәләр. Әйткәндәй, Юлиә Ғайсина тураһында “Даирә”лә былтыр айырым мәҡәлә сыҡҡайны. Атаһынан күргән уҡ юнған тигәндәй, Ғайсиндарҙың улдары Ғаяз да спорт­ты үҙ итә. Өс йәштән шахмат уйнарға өйрәнеп, төрлө ярыштарҙа еңеүҙәр яулай. Быйыл ул Өфөләге республика инженер лицей-интернатының 9-сы класына уҡырға ингән. Киләсәктә инженер булырға хыяллана. Ҡыҙҙары Гүзәл сәнғәт училищеһында һынлы сәнғәт буйынса белем ала. Ул да бала саҡтан оҫта шахматсы.

- Ни тиклем баланы иртәрәк өй­рәтәһең, шул тиклем ул иртәрәк үҫешә, перспективалы шахматсы булып китә. Шахматта уйнау фекерләү ҡеүәһен үҫ­терә, алдан уйлай белергә өйрәтә. Шах­мат уйынын еңел тип әйтеп булмай. Ул бик күп энергия, ныҡышмалылыҡ талап итә. Ярыштарҙа ҡатнашҡан­дан һуң бер хәл ҡалмай, ныҡ арыта. Хатта, йүгереү ул тиклем арытмай тиер инем. Йүгергәндән һуң, йоҡлап торһаң, икенсе көнгә хәл инә, ә шах­мат ярыштарынан һуң оҙаҡ ҡына хәл йыйырға тура килә, - тигән фекерҙәре менән дә бүлеште оҫта шахматсы.

Изге эшегеҙҙә артабан да тик уңыштар ғына йылмайһын!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

 

 

 

– Шуныһы мөһим: физик культура һәм спорт мәсьәләләре

буйынса юғары дәрәҗәлә фекер алышабыҙ, башланғыстарҙы

хуплайбыҙ, мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Быны меңләгән тренер, йөҙҙәр­сә мең бала күрә. Беҙ йәмғиәтебеҙгә физик культура һәм спорттың

республика дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булыуы тураһында яҡшы сигнал бирәбеҙ, – тип белдерҙе әңгәмәләренең береһендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

 

 

 Илнур БИКТАШЕВ, йәмәғәтселек фекере лидеры:

- Спорт төрҙәрен үҫтереү буйынса республикабыҙ то­тороҡло төбәк булып тора. Бөгөнгө көндә беҙҙә бөтә спорт төрҙәре лә үҫешә. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып беҙҙең төбәк “Ауыл тренеры” программаһын башлап ебәрҙе. Быйылдан “Ҡала тренеры” программаһы эшләй башланы. Районыбыҙ ҙа спортты үҫтереүгә тос өлөшө индерә. Бында физкуль­тура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлек­тәр бар. Ҡырмыҫҡалылар республикала үткән бөтә спорт сараларында ла әүҙем ҡатнаша. Гел шулай булһындар һәм һәр саҡ призлы урындар яулаһындар тигән теләктә ҡалам.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: