Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров балалар һәм йәштәр спорттың төрлө төрө менән шөғөлләнһен өсөн шарттар тыуҙырыуға ныҡлы иғтибар бирә. Республикала йыл һайын 800 меңдән күберәк кеше ҡатнашлығында 15,5 меңдән күберәк физкультура-спорт саралары үткәрелә. Былар - комплекслы спартакиадалар, фестивалдәр, универсиадалар, Спорт декадаһы, Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө, Рәсәй саңғыһы, Олимпия көнө, Физкультурниктар көнө, Милләт Кросы, Атлау көнө һәм башҡа тармаҡ байрамдары һәм иҫтәлекле даталарға бағышланған саралар. Денис Ваһапов менән осрашыу Ҡырмыҫҡалы ауылының үҙәк майҙанында “Йөрәк маршруты” үтте. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәргә спорт сараһын “Башҡортостандың иң көслө кешеһе” титулына эйә булған республиканың көс экстримы Федерацияһы президенты, мас-рестлинг һәм пауэрлифтинг менән шөғөлләнгән Денис Ваһапов уҙғарҙы. Ул үҙе һәм спорттағы карьераһы тураһында һөйләне. - Мин спортҡа өс йыл ярым элек килдем. Быға тиклем геройҙар рәтенә баҫырға булдым. Беҙҙең һәм сит ил чемпиондарының ҡаҙаныштарын ҡарай инем, улар рәтендә - Эльбрус Ниғмәтуллин, Михаил Кокляев һәм башҡалар. Владимир Турчинский ҡатнашлығында фильмдар ҡараным. Тәүге тапҡыр Эльбрус Ниғмәтуллиндың “Урал-Батыр” турнирында сығыш яһаным. Спорттың көс һәм үҙ-үҙеңә ышаныс биреүе тураһында әйтер инем. Өс төп ҡағиҙә бар, улар миңә ярҙам итә, уларҙы һеҙгә лә еткерергә теләйем – бер нимәнән ҡурҡырға ярамай, үҙеңдең көсөңә ышанырға, ныҡышмал һәм тәртипле булырға кәрәк. Мине йылы итеп ҡаршы алғандары өсөн ҡырмыҫҡалыларға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә, - тине спортсы. Был көндө Денис Ваһапов көс экстримы һәм автомобилде күтәреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Өлкәндәр һәм балалар спортсыны күҙәтте. Уның көсө барыһын да һоҡландырҙы. - Сара бик оҡшаны. Бик ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс булды, - тине Ҡырмыҫҡалы гимназияһы уҡыусыһы Азат Ғәлиев. Теләгән һәр кем Денис Ваһапов менән һөйләшә, сәләмәт йәшәү рәүеше хаҡында һорауҙар бирә алды. Ҙур спорт сараһы күп ҡырмыҫҡалыларҙы йыйҙы. Ҡунаҡтар “Йөрәк маршруты” – сәләмәтлек маршруты”нда ҡатнашты. Сөнки оҙон ғүмерле булыу өсөн күп итеп хәрәкәтләнергә кәрәк булыуы билдәле. Шулай “чемпион” менән күнекмә үтте. Башҡортостан Республикаһында балалар-үҫмерҙәр спорты үҫеше йәш быуындың физик әүҙемлеген һәм сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыуға ҙур роль уйнай. Был балалар һәм үҫмерҙәрҙең физик үҫешенә генә түгел, лидерлыҡ сифаттары, дисциплина һәм берҙәмлек рухын тәрбиәләүгә лә булышлыҡ итә. Һәр балаға спорт менән шөғөлләнергә мөмкинселек булһын һәм спорт карьераһында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен өсөн республикала әүҙем эш алып барыла.
Светлана ӘХМӘТЙӘНОВА.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий ХӘБИРОВ: - Башҡортостанда – ныҡлы спорт инфраструктураһы. Беҙҙә ҙур объекттар. Уларҙа юғары кимәлдә ярыштар үткәрелә. Бөтә республика буйынса беҙ физкультура-сәләмәтләндереү комплекстары, спорт майҙансыҡтары асабыҙ һәм спорт менән шөғөлләнеүгә күп кешеләрҙе йәлеп итәбеҙ.
Эльмир МИҺРАНОВ, йәмәғәтселек фекере лидеры: - Беҙҙең районда балалар һәм йәштәр өсөн спорт саралары үткәрелә. Былар – төрлө фестивалдәр, ярыштар һәм олимпиадалар. Был саралар һәләттәрҙе асырға, тәжрибә алырға һәм артабан үҫешергә булышлыҡ итә.