Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Август , 10:17

Сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе

Башҡортостанда физик культураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Республика халҡының сәләмәтлеге, физик үҫеше кеүек күрһәткестәр физкультураның ниндәй кимәлдә булыуын сағылдыра.  

Сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе
Сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе

10 август – Физкультурниктар көнө

Сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе

Башҡортостанда физик культураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Республика халҡының сәләмәтлеге, физик үҫеше кеүек күрһәткестәр физкультураның ниндәй кимәлдә булыуын сағылдыра.

 

 Оҙаҡ йылдар буйына райо­ныбыҙҙа физкультура һәм спорт үҫешенә тос өлөш индереүсе уҡытыусылар, тренерҙар байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе Һәүәләй ауылында йәшәй.

Фаяз Рамаҙанов Һәүәләй мәк­тәбен тамамлағас, бала саҡтағы хыялын тормошҡа ашырыу маҡ­саты менән Күмертау педагогия училищеһының физик тәрбиә бү­легенә уҡырға инә. Ул мәктәптә уҡыған саҡта уҡ спорт менән мөкиббән китеп шөғөлләнә. Би­герәк тә саңғы, волейбол, еңел атлетика күңеленә яҡын була. Училищены тамамлаған йәш егеттең хеҙмәт юлы Ҡарлыман ауылы мәктәбендә башлана.

- Тәүге эш көндәре ҡыйы­ныраҡҡа тура килде, сөнки физ­культура уҡытыусыһы булмау сәбәпле, дәрестәр яҡшылап үт­кәрелмәгән. Үҙемдең дә әле тә­жрибә юҡ. Бер аҙ матди базаны нығытҡас, эш әкренләп яйға һа­лынды.

Ике йыл эшләгәндән һуң, мәктәптә урын бушағас, Фаяз Рамаҙанов тыуған ауылына эшкә күсә.

- Йәзилә Хәтмулла ҡыҙы Ғә­зизова менән бергәләп ауылы­быҙ мәктәбендә тырышып эшлә­нек, физкультура менән спортты күтәреүгә ҙур көс һалдыҡ. Район, республика ярыштарында ҡатна­шып, алдынғы урындар алыуы­быҙ ҙа был турала һөйләй, - ти ул.

Эйе, уның тырышлығы бушҡа булмаған. Фаяз Ғайса улының күп кенә уҡыусылары киләсәк тормоштарын физкультура һәм спорт менән бәйләгән. Улар араһында спорт мастерына кан­дидаттар ҙа бар. Мәҫәлән, иң көслө волейбол­сыларҙың береһе булараҡ танылған Анатолий Федоров Олокүл мәктә­бендә физкультуранан уҡыта. Әле лә ул райондың йыйылма командаһы­ның алыштырғыһыҙ ағзаһы. Данил Мөхәмәтйәнов иһә Өфөләге дан­лыҡлы “Урал” волейбол клубында шөғөлләнә.

Фаяз Рамаҙанов 2009 йылдан алып, ошо көнгәсә Ҡырмыҫҡалы спорт мәк­тәбендә тренер булып эшләй. Уның тәрбиәһендәге Ҡабаҡ, Һәүәләй ауыл­дары балалары баскетбол, волей­бол буйынса республика һәм район ярыштарында беренселәрҙән килә.

Тренерҙың үҙенең балалары ла кескәйҙән физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә. Альбина бала саҡтан тен­нис уйнай. Өфө дәүләт аграр универ­ситетында уҡыған саҡта ла, әле лә был шөғөлөн ташламай, төрлө ярыштарҙа призлы урындарға өлгәшә.

Улы Альфред мәктәптә уҡыған саҡта спорттың барлыҡ төрҙәре буйынса ярыштарҙа алдынғы урындар яулай. Спортты яратҡан егет һауа-де­сант ғәскәрендә хеҙмәтен тамамлағас, контракт төҙөп, тағы өс йыл хеҙмәт итә. Хәҙер инде уның дүрт йәшлек улы Рамзан да йөҙөү спорты менән таныша башлаған.

 - Шуныһы ҡыуаныслы – һуңғы йылдарҙа сәләмәт тормош алып ба­рыу модаға инде. Физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе ха­лыҡ һаны арта бара. Башҡортостан­да халыҡты спортҡа һәм һау-сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү өсөн күп шарттар булдырыла. Ә беҙҙең төп маҡсат – яратҡан спорт төрө менән етди, даими шөғөлләнеү һәм төрлө дәрәжәләрҙә үткән ярыштарҙа республика һәм район данын яҡлап, алдынғы урындар яулау, - тигән фе­керҙәре менән дә бүлеште тәжрибәле тренер.

Ал-ял белмәй, район данын яҡлап, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыусы, һәр саҡ үҙ эшенә тоғро ҡалған уҡытыусы­ларға афарин тиергә генә ҡала.

Розалия НАЗАРОВА.

 

 

 

 Башҡортостан Республикаһы Башлығы

Радий ХӘБИРОВ:

- Беҙ республика райондарында спортты үҫтерүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Был – бик мөһим. Нәҡ ауылдарҙа беҙҙең бөйөк атлеттар тыуа.

Шуныһы мөһим: физик культура һәм спорт мәсьәләләре буйынса юғары дәрәжәлә фекер алышабыҙ, башланғыстарҙы хуплайбыҙ, мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Быны меңләгән тренер, йөҙҙәрсә мең бала күрә. Беҙ йәмғиәтебеҙгә физик культура һәм спорттың республика дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше бу­лыуы тураһында яҡшы сигнал бирәбеҙ.

 

 

 Илнур БИКТАШЕВ, йәмәғәтселек фекере ли­деры:

- Баланы спортҡа, физкультураға ылыҡтырыу – ҙур сәнғәт ул. Районда спортты үҫтереү йәһә­тенән ҙур эштәр башҡарыла. Үҫеп килгән быуын физкультура һәм спорт менән шөғөлләнһен өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Спорт мәктәбе етәкселеге һәм тренерҙарының, белем биреү уч­реждениеларының физик культура уҡытыусыла­рының фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә районыбыҙ спортсылары төрлө кимәлдәге ярыштарҙа уңыш­лы сығыш яһайҙар.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: