Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июль , 10:20

Ауыл ерендә спортты үҫтерә

Башҡортостанда спортты, физик культураны үҫтереүгә етди иғтибар бүленә. Республика Башлығы янында физик культура һәм спорт буйынса совет булды­рылды, был өлкәне Радий Хәбиров үҙенең шәхси контролендә тота. Әгәр ауылда тренер, физкультура уҡытыусыһы бар һәм ул етәкләгән түңәрәккә балалар йөрөй икән, тимәк ауылдың киләсәге бар тигән фекерҙә ул.

Ауыл ерендә спортты үҫтерә
Ауыл ерендә спортты үҫтерә

Ауыл ерендә спортты үҫтерә

Башҡортостанда спортты, физик культураны үҫтереүгә етди иғтибар бүленә. Республика Башлығы янында физик культура һәм спорт буйынса совет булды­рылды, был өлкәне Радий Хәбиров үҙенең шәхси контролендә тота. Әгәр ауылда тренер, физкультура уҡытыусыһы бар һәм ул етәкләгән түңәрәккә балалар йөрөй икән, тимәк ауылдың киләсәге бар тигән фекерҙә ул.

Беҙҙең районда ла физкультура һәм спорт өлкәһе үҫешенә ҙур иғти­бар бирелә. Балаларҙа сәләмәт тор­мошҡа һөйөү уятыу, уларҙы спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү буй­ынса ауыл тренерҙары күп көс һала. Шундай ауыл тренерҙарының береһе – Денис Хәсәнов Ҡырмыҫҡалы бала­лар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Ҡабаҡ ауылы филиалында эшләй.

Бала саҡтан спортты яратҡан Денис Рифғәт улы ошо ауылда тыуып үҫкән. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физкультура факультетында уҡыған саҡта ныҡлап хәрби самбо, кикбок­синг һәм тай боксы менән шөғөлләнә. 2016 йылдан алып ул Ҡабаҡ ауылында тренер булып эшләй, балаларға пан­кратион спортының серҙәрен аса. Үҙе­нең тәрбиәләнеүселәре менән тәүҙә республика һәм Волга буйы федераль округы буйынса ярыштарҙа, һуңынан Рәсәй беренселегендә ҡатнашып, еңеүҙәр яулауға өлгәшәләр. Денис Хәсәнов 2020 йылдан алып Башҡор­тостан Республикаһының йыйылма командаһының өлкән тренеры булып тора.

- Бала саҡтан спорт менән дуҫ бул­дым. Әсәйем менән саңғыла йөрөнөм, йүгерергә ярата инем. Атайым эшләп биргән штангалар менән шөғөлләнеү ҙә ныҡ оҡшай ине. Эшемде яратам һәм бар күңелемде биреп башҡарам. Балалар менән тиҙ уртаҡ тел табабыҙ. Әлеге көндә спортзалда ремонт бара. Уҡыусыларым буш ваҡыттарында ки­леп ярҙам итергә тырышалар, - ти ул спортҡа һәм үҙ эшенә булған һөйөүе тураһында.

Ауыл тренерының ғаиләһе лә спорт һөйә, сәләмәт тормош яҡлы. Ҡаты­ны Эльза Рәис ҡыҙы һөнәре буйынса юрист. Ул да ғаиләһе менән әүҙем ял итергә ярата. 2-се класты тамамлаған Асель гимнастика менән шөғөлләнһә, 1-се класҡа барырға йыйыныусы Са­фия спорттан тыш музыканы ла үҙ итә, пианинола уйнарға өйрәнергә теләй.

Денис Хәсәнов алып барған пан­кратион секцияһына 80 бала йөрөй. Уларҙың барыһы ла ярыштарҙа ҡатна­ша, призлы урындар яулай. Мәҫәлән, күптән түгел Санкт-Петербург ҡа­лаһында үткән панкратион буйынса Рәсәй Беренселегендә Илдар Хөсәй­енов 2-се, Полина Сырлыбаева 3-сө урын яуланы.

- Рәсәйҙә панкратион менән шөғөлләнеүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Ул малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла оҡшай. Был көрәш төрө уларҙы сыҙам һәм көслө булырға өйрәтә, - тип билдәләй тренер.

Хәрби самбо буйынса спорт масте­рына кандидат үҙе лә ярыштарға бик теләп йөрөй. Башҡортостан Республи­каһы буйынса чемпионатта 1-се урын, Волга буйы федераль округы чемпио­натынды 2-се урын яулай ул.

Денистың 2020 йылдың ноябрендә эшләгән батырлығы хаҡында ла әйтеп үтмәйенсә булдырып булмай. Ул, әл­биттә, үҙен батыр һанамай, был турала һөйләмәй ҙә. Әммә был батырлыҡты барыһы ла хәтерләйҙер. Ҡыҫҡаһы, Денис Хәсәнов ауылдың балалар баҡ­саһына бысаҡ тотоп килгән ирҙең бы­сағын тартып алып, полиция хеҙмәт­кәрҙәре килгәнсе тотоп тора. Бында уға спортсы булыуы ныҡ ярҙам итә.

Балаларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү буйынса һөҙөмтәле эшлә­гән, спортты үҫтергән педагогҡа арта­бан да тик уңыштар, район данын арт­тырған яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: