Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Июль , 20:31

"Ауыл тренеры" республика программаһы - иң яҡшы башланғыстарҙың береһе

"Ауыл тренеры" программаһы Башҡортостан Республикаһында тәүге тапҡыр Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән эшләй башланы. Был программа ауыл райондарында эшләүсе спорт өлкәһендәге белгестәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.    

Проект 2020 йылдан тормошҡа ашырыла һәм бөгөнгө көндә  Рәсәйҙең 24-тән ашыу төбәгендә индерелгән. Был программаны тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджетынан йыл һайын 60 миллион һум бүлеү ҡаралған.

 Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ҡарары менән республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары бюджеттарынан башҡа бюджет ара трансферттар биреү тәртибе раҫланды. Башҡортостан Республикаһы бюджетынан ауыл торлаҡ пункттарында спорт әҙерлеген тормошҡа ашырыусы тренерҙарға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәрен биреү өсөн ҡаралған.  

2022 йылдан ҡала округтарына һәм 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылдарға проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу хоҡуғын биреү йәһәтенән программа киңәйтелде.Компенсациятүләүҙәре600 мең һум булһа2023йылдан түләүҙәр 1,0 млн.һум тәшкил итә.

Түләүҙәрҙең маҡсатлы тәғәйенләнеше: торлаҡ (йорт йәки фатир) йәки йорт төҙөү өсөн ер участкаһы һатып алыу; торлаҡ йорт төҙөү; шәхси автотранспорт сараһын һатып алыу; юғары белем биреү программалары һәм өҫтәмә һөнәри программалар буйынса уҡыу; 2024 йылдан ипотека торлаҡ кредиты буйынса йөкләмәләрҙе ҡаплау.

Проект сиктәрендә 4 йыл эсендә республиканан 176 тренер компенсация алып дөйөм суммаһы 134 800 млн. һум тәшкил итә

2020 йылда Башҡортостан Республикаһының 13 муниципаль районынан 34 тренер, 2021 йылда 10 муниципаль райондан 20 тренер, 2022 йылда 20 муниципаль райондан 49 тренер, 2023 йылда 52 тренер-уҡытыусы, 2024 йылда Башҡортостан Республикаһының 11 муниципаль район һәм ҡалаһынан 21 тренер-уҡытыусы түләү алды.

Проект ярҙамында республиканың ауыл биләмәләренең кадрҙар мәсьәләһе системалы хәл ителә, шулай уҡ балалар-үҫмерҙәр спорты ла үҫешә.

Беҙҙең районда ла был программаға лайыҡлы тренерҙар бар, киләсәктә улар ҙа үҙҙәрен күрһәтер тип ышанабыҙ. Мәҫәлән, Ҡабаҡ ауылынан панкратион буйынса өлкән тренер Денис Хәсәнов шәхси өлгөһө менән йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға илһамландыра. Ул бөтә ғүмере буйыспорт менән шөғөлләнә һәм район, республика, хатта бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа йәш спортсылар командаһы менән ҡатнаша. Ул районда панкратион уйынын тергеҙеп был традицион спорт төрөн юғары кимәлгә күтәрҙе.

- «Ауыл тренеры» программаһы буйынса беҙҙең районда әлеге ваҡытта ярҙам алғандары юҡ. Әммә бындай программалар тренерҙар өсөн бик кәрәк, бигерәк тә йәш быуынға. Ярҙам алған тренерҙар тағы ла дәртләнеп эшләрҙәр ине, улар эшләһә, беҙҙең стортсылар тағы ла ҙурыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшә аласаҡ, - тине Руслан Хәйертдинов.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: