Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Февраль , 22:56

Аяз Шәрипов иҫтәлегенә волейбол турниры

Бөгөн - 23 февралдә Яңы Ҡыйышҡы ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Аяз Шәрипов иҫтәлегенә волейбол турниры уҙғарылды. Унда Яңы Ҡыйышҡы, Үтәгән, Малай һәм Чечен һуғышы хәрби хәрәкәттәре ветерандары командалары ҡатнашты.

Аяз Шәрипов иҫтәлегенә волейбол турниры
Аяз Шәрипов иҫтәлегенә волейбол турниры

Бик ҡыҙыу һәм сәмле барған ярышта 1-се урынды хәрби хәрәкәттәр ветерандары командаһы яуланы. 2-се урында - Яңы Ҡыйышҡы, 3-сө урында - Үтәгән ауылы уйынсылары һәм 4-се урынды Малай ауылы командаһы алды. Иң яҡшы уйынсы тип хәрби хәрәкәттәр ветераны һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Руслан Вәлиев танылды.

Аяз Шәрипов 1980 йылдың 19 майында Мырҙа ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы һөнәрселек техник училищеһына уҡырға инә һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. 1999 йылдан 2000 йылға тиклем Чечен республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға мобилизациялана. 29 ғинуарҙа хәрби бурысын үтәгәндә геройҙарса һәләк була.

Әйткәндәй, Аяз Шәриповтың иҫтәлегенә арналған волейбол турниры йыл һайын үтер, тигән ышаныста ҡалды сарала ҡатнашыусылар.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:
Читайте нас: