17-18 февралдә Борай районында ирекле көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегенә мәктәп уҡыусыларының XXVI Спартакиадаһы ярыштары үтте. Унда республиканың 13 районынан 2009-2010 йылғы йәш көрәшселәр йыйылды.
Республиканың ҡала һәм райондарынан килгән командаларҙың һәр береһе етеҙлеге һәм таһыллығы менән айырылып торҙо. Ҡырмыҫҡалы көрәшселәре лә һынатманы. Үҙҙәренең йәш һәм ауырлыҡ категорияларында Прибельский мәктәбенән Карина Кошелева һәм Илһам Саҙрыев алтын миҙалға, Дарья Панкретьева һәм Полина Прядко көмөш миҙал, Александр Макасов бронза миҙал яуланы. Ҡабаҡ мәктәбенән Булат Сәләхетдинов менән Подлуб мәктәбенән Екатерина Хмелевскаялар ҙа бил бирмәне һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. Шулай уҡ Подлуб мәктәбенән Игнат Мусин һәм Никита Афанасьевтар бронза миҙал менән бүләкләнде.
Йәш көрәшселәрҙең тренерҙары – Рәмзит Ғәлиәкбәров һәм Заһит Солтаҡаевтар, уның тәрбиәләнеүселәре төрлө кимәлдәге ярыштарҙа һынатмайҙар, һәр саҡ урындар яулауға өлгәшәләр. Алдағы турнирҙарҙа ла уңыштар, еңеү теләйбеҙ!
Гөлсәсәк Аласова.