Ысын батырҙар Үтәгәндә йәшәй!
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Ғафури районында үткән «Многоборье» ярышында ҡатнашып, үтәгәндәр командаһы лайыҡлы рәүештә Гран-при яуланы.
Сәләмәт тормошто пропагандалау, милли һәм халыҡ спорты төрҙәрен популярлаштырыу, спортсыларҙың таһыллығын арттырыу һәм улар араһынан иң көслөләрҙе билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған бәйгелә Илфат Хәсәнов, Илнар Мәһәҙиев, Рамаҙан Хөсәйенов, Гимназ һәм Зәбир Баһауетдиновтарҙан торған команда көс һынашты.
“Спортсы” тиһәк, күҙ алдына даими рәүештә спорт менән шөғөлләнеүсе кеше күҙ алдына баҫа. Ҡыҙғанысҡа, беҙҙең ир-егеттәрҙең ундай мөмкинлеге юҡ. Мәҫәлән, Баһауетдиновтар производствола хеҙмәт итә. Икеһе лә ғаиләләрендә дүртешәр бала тәрбиәләй, күп итеп мал аҫрай. Өс бала атаһы – Илфат Хәсәнов алыҫ Себерҙә вахта ысулы менән эшләй, йорт һала. Илнарыбыҙ күптән түгел генә махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтһа, команданың иң йәш ағзаһы Рамаҙан – буласаҡ агроном, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай.
Шулай итеп, Үтәгән ауылы батырҙары бәйгенең биш һынауын да лайыҡлы үтеп, үҙҙәренең көсөн, сыҙамлығын һәм оҫталығын күрһәтә алды. Ауырғазы, Архангел һәм Ғафури райондарын артта ҡалдырып, улар Гран- при яуланы. Үҙҙәренә бүләк ителгән термопотты ауыл мәсетенә бирергә ҡарар итте ауылдаштар.
Беҙ яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм оло еңеүҙәре өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡыуаныс хистәре кисерәбеҙ. Уларҙың махсус рәүештә әҙерләнергә мөмкинлектәре лә булманы, шуға ҡарамаҫтан, маҡсаттарына ирештеләр һәм абсолют еңеүсе булдылар. Урал батыр, Абдрахман батыр, Шайморатов генерал вариҫтары, ысын батырҙар беҙҙең Үтәгәндә йәшәй!
Дилара ҠОҘАЙҒОЛОВА,
Үтәгән ауылы старостаһы.