Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Август 2023, 22:09

Ҡарлыман ауылында Фән ағай Исхаҡов иҫтәлегенә арналған футбол ярыштары булып үтте!

Ярышты асыу тантанаһында ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов, Фән ағайҙың энеһе, бокс буйынса СССР спорт мастеры, оҙаҡ йылдар Нефт-газ эшкәртеү өлкәһендә эшләп маҡтаулы хеҙмәткәр булып хаҡлы ялға сыҡҡан Фәнис Ғәйнетдин улы, физкультура һәм спорт буйынса район хакимиәтенең физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Руслан Хәертдинов, турнирҙы ойоштороусы һәм матди яҡтан ярҙам итеүсе Илдар Исхаҡов ҡотлауҙар менән сығыш яһанылар.

Ҡарлыман ауылында Фән ағай Исхаҡов иҫтәлегенә арналған футбол ярыштары булып үтте!
Ҡарлыман ауылында Фән ағай Исхаҡов иҫтәлегенә арналған футбол ярыштары булып үтте!

Ярышты ҡарарға Фәнис ағайҙың тормош иптәше спорт гимнастикаһы (1958) һәм саңғыла уҙышыу (1959) буйынса Башҡорт АССР-ы чемпионы. Спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1959), әлеге ваҡытта Башҡортостандың өләсәһе булып, Сәңгелдәк", ,,Тамыр"кеүек балалар телевизион тапшырыуҙарын алып барыусыһы һәм ҡатнашыусыһы, йәмәғәтсе Альбина Хажим ҡыҙы һәм донъя буйынса һаулыҡтары сикләнгән спортсылар араһында саңғы һәм велоспорт төрҙәрендә чемпион ветеран Абдуллин Миниғәле ағайҙың килеүҙәре оло дәрәжә өҫтәне!
8 команда араһындағы көсөргәнешле уйындарҙан һуң урындар түбәндәгесә билдәләнде!
1-се урын - Архангел районы.
2-се урын - Газпром Константиновка.
3-сө урын - Прибельский ауылы һәм беҙҙең ауыл спортсылары 4-се урынды алдылар.
Турнирҙа шулай уҡ Алайғыр, Подлубово, Ҡырмыҫҡалы ауылдарынан һәм Өфөнән футбол командалары ҡатнашты!
Ярышҡа ауыл егеттәре бик күп килгән ине! Киләсәктә беҙ ҙә уйнаясаҡбыҙ тип дәртләнеп торҙолар!

Агрохим -Гарант йәмғиәт етәксеһе Илдар Фән улына һәм уның улы Илнар Илдар улына шундай ҡыҙыҡлы турнир ойоштоғандары өсөн ауылдаштарыбыҙ исеменән ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткергебеҙ килә! Эшегеҙҙә уңыштар, сәләмәтлек һәм бәхетле тормош насип булһын һеҙгә, Ин шәә Аллаһ!
Шулай уҡ бөтә килгән ҡунаҡтарға һәм матур уйын күрһәткән спортсыларға рәхмәт!
Уңыштар юлдаш булһын!
Афарин егеттәргә!!!

Зөлфәр Хөсәйенов.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: